Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Ғинуар 2021, 12:22

Боҙ майҙансыҡтарына рәхим итегеҙ!

Раевка 2-се мәктәбенең хоккей тартмаһы яңы йылдың икенсе көнөндә спорт сараларынан гөрләп торҙо.

Көндөң тәүге яртыһында А. В. Тарасов исемендәге “Алтын шайба” клубының бөтә Рәсәй ярыштары сиктәрендә район үҙәге мәктәптәренең өлкәндәр төркөмө араһында шайбалы хоккей буйынса ярыштар уҙҙы. Спортсыларҙы һәм көйәрмәндәрҙе район хакимиәтенең спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Динар Әхмәҙрисламов һәм мәғариф бүлеге етәксеһә Зилә Чупова сәләмләне.

Уйындар бик ҡыҙыу барҙы һәм һөҙөмтәлә призлы урындарҙы түбәндәге мәктәптәр яуланы:

I урын – Раевка 2-се мәктәбе,

II урын – М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы,

III урын – Раевка 4-се мәктәбе.

Төштән һуң майҙансыҡта тағы ла бер сағыу тамаша – “Боҙ шоуы” уҙҙы, унда үҫмерҙәр һәм йәштәр ҡатнашты. Улар тимераҡта йөрөнө, төрлө ҡыҙыҡлы конкурстарҙа көс һынашты, дәртле, заманса көйҙәргә рәхәтләнеп бейене.

Яңы йыл каникулдарында бындай спорт байрамдары һәр көндө уҙасаҡ, боҙ майҙансыҡтарына, һырғалаҡтарға рәхим итегеҙ, ти район хакимиәтенең спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Динар Әхмәҙрисламов.

Читайте нас: