Әлшәй хәбәрҙәре
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Декабрь 2020, 17:10

Ап-аҡ ҡарҙар ярып...

Ыҫлаҡ ауылы эргәһендә Наил Хафизов иҫтәлегенә саңғы ярыштары буйынса район беренселеге уҙҙы.

2000 йылдың авгусында “Курск” һыу аҫты кәмәһе һыуға бата. Хәрби-уҡыу күнекмәләре ваҡытында 118 моряк Баренц диңгеҙендә һәләк була. Улар араһында Ыҫлаҡ ауылы егете, һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итеүсе диңгеҙсе Наил Хафизов та бар.

Ярыштарҙы асыу тантанаһында Ыҫлаҡ урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Лениза Маннанова батыр яҡташыбыҙҙың тормош юлы тураһында һөйләне.

Саңғы уҙышында район мәктәптәре, ойошмалар, ауыл биләмәләре командалары ҡатнашты.

Үҙәккә үтерлек әсе ел бәйгеселәрҙе ныҡлыҡҡа һынаны. Бындай көндө өс саҡрым араны үтеү еңел түгел ине. Әммә һәр кем был һынауҙы уңышлы атҡарып сыҡты. Бына бер малай финишҡа елдереп килеп тә етте. Ауыр трассаның артта ҡалыуына шатланып, ул еңел һулап ҡуйҙы - хәҙер рәхәтләнеп ял итергә лә була. Етеҙ саңғысыны фотоға ла төшөрөп өлгөрҙөләр. Ул, исем-шәрифен дә әйтеп тормай, Воздвиженка ауылынан икәнлеген генә хәбәр итте лә иптәштәре янына ашыҡты.

Башҡалар ҙа бер-бер артлы финиш һыҙығын үтте. Судьялар һөҙөмтәләрҙе яҙып барҙы һәм ярышҡа йомғаҡ яһаны.

Төп белем биреү мәктәптәре араһында, уҙған йылдарҙағыса, ниғмәтуллалар ал бирмәне. Сурай уҡыусылары - икенсе, мәндәндәр өсөнсө урынды алды. Урта мәктәптәр араһында алтын миҙал хужаларға эләкте. Уҡыусылар трассала тренерҙары Ранус Мөхтәров етәкселегендә күнекмәләр үткәргән һәм бына, тырышлыҡтары бушҡа китмәне. Көмөш һәм бронза миҙалдарҙы аксендар һәм торонтайыштар бүлеште. Ойошмалар һәм ауыл биләмәләре араһында беренсе урынды Аксен агросәнәғәт колледжы командаһы яуланы, Раевка гимназияһы спортсылары – икенсе, Аксен ауыл Советы өсөнсө урынға сыҡты.

Шәхси беренселектә лә саңғысылар араһында ярыш ҡыҙыу барҙы. Төп белем биреү мәктәптәре араһында Ниғмәтулланан Әҙилә Хәкимова һәм Денис Ибраһимов, урта мәктәптәр араһында – Алһыу Ғәниева һәм Ранис Мөхтәров (Ыҫлаҡ ауылы), ойошма саңғысылары араһында – Виолетта Шевяхова (Аксен агросәнәғәт колледжы) һәм Илнур Ғәлиевтар (Раевка гимназияһы) иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.

Был һалҡын көндө ялан кухняһы ла эшләне. Саңғысылар ҡайнар сәй эсеп һәм ҡарабойҙай бутҡаһы ашап йылынып алдылар.

Еңеүселәр һәм призерҙар кубок, грамота һәм миҙалдар менән бер рәттән, ярыштың бағыусылары фермер Айрат Ғәниев һәм отставкалағы хәрби хеҙмәткәр, һыу аҫты кәмәһе диңгеҙсеһе Рәлиф Мөхтәров тәҡдим иткән татлы приздар менән дә бүләкләнде.

Айгөл МӨХӘМӘТДИНОВА.

Автор фотоһы.

Читайте нас: