Әлшәй хәбәрҙәре
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Октябрь 2020, 20:00

Көрәшәбеҙ һәм еңәбеҙ!

Белем биреү учреждениеларында, шул иҫәптән М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында ла, махсус залдар асылды.

Районда спорт көрәшен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Әлшәй спортсыларының уңыштары ла ярайһы ғына. Өс йыл элек район командаһы көрәш буйынса республика чемпионатында беренсе урынға лайыҡ булғайны, былтыр бронза алды. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә самбо, ирекле көрәш алымдарына өйрәтәләр, белем биреү учреждениеларында, шул иҫәптән М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында ла, махсус залдар асылды.
Спорт көрәше залының сағыу дизайны иғтибарҙы үҙенә тарта. Ул зәңгәр, ҡыҙыл, ҡыҙғылт-һары төҫтәрҙә эшләнгән. Көрәшселәр өсөн махсус келәм йәйелгән, стеналар йомшаҡ материал менән көпләнгән, гимнастика маттары, манекендар һатып алынған.
- Былар бөтәһе лә “Спорт көрәше – Башҡортостан Республикаһы мәктәптәренә” проекты сиктәрендә алынған, - тип билдәләне директор вазифаһын башҡарыусы Олеся Солтанова. – Мәктәптә дәрестән тыш ҡына түгел, физкультура дәрестәрендә лә спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттар булдырылған.
Республика буйынса бындай залдарҙы асыу тантанаһы видеобәйләнеш режимында уҙҙы. Республика Башлығы Радий Хәбиров бөтә спортсыларҙы, тренерҙарҙы ҡотланы һәм көрәш келәмендә бөйөк еңеүҙәргә ирешеүҙәрен теләне. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айҙар Солтанғолов, мәғариф бүлеге етәксеһе Зилә Чупова ла изге теләктәрен еткерҙе.
Артабан йәш спортсыларҙың күрһәтмә сығыштары булды. Малайҙар һәм ҡыҙҙарҙы тренерҙар Алмаз Еникеев һәм Әмир Әхмәҙишин көрәш серҙренә өйрәтә. Уҡыу йылы башынан алып күнекмәләргә 100-ҙән ашыу бала йөрөй, төркөмдәргә яҙылыу дауам итә. Яңы спорт залы ишектәре барлыҡ уҡыусылар өсөн дә асыҡ.
Айгөл МӨХӘМӘТДИНОВА.
Читайте нас: