Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Август 2020, 12:35

Әлшәйҙәр иртәнге зарядкаға сыҡты

Район мәҙәниәт һарайы алдындағы Совет майҙанында дәртле музыка аҫтында әлшәйҙәр иртәнге зарядкаға баҫты.

Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында үткән был сараға бик күптәр йыйылғайны. 20 минутлыҡ зарядкала балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер- уҡытыусыһы Фидания Кәримова үҙе көн һайын эшләгән күнегеүҙәрҙе күрһәтте, йыйылыусылар ҙа уның артынан ҡабатлап, тәндәрен яҙҙы.

- Сарала район үҙәгендә йәшәүселәр, район хакимиәте вәкилдәре, мәғариф, ауыл хужалығы, мәҙәниәт бүлектәре, үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр, йәш гвардиясылар, тренерҙар һәм башҡалар ҙур теләк менән ҡатнашты. Әйтергә кәрәк, иртәнге зарядка һәр көн Совет майҙанында иртәнге һигеҙҙән туғыҙынсы яртыға тиклем уҙа. Көндәлек көс-дәрт туплап, күтәренке кәйеф менән йөрөйөм, тиһәгеҙ, иртәнге зарядкаға рәхим итегеҙ! – тип был матур сараға саҡыра район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты рәйесе Динар Әхмәҙрисламов.

Фото: социаль селтәрҙәрҙән.

Читайте нас: