Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Август 2020, 19:00

Лицейсылар - беренсе

Раевка ауылы дөйөм белем биреү учреждениеларының йыйылма командалары араһында футбол буйынса турнир тамамланды.

Беренселек ай буйына барҙы, ярыштарҙа район үҙәгенең бөтә дүрт мәктәбенең спортсылары ҡатнашты. Башҡорт лицейы командаһы турнир еңеүсеһе булды. Икенсе урында – гимназия командаһы, 4-се мәктәп өсөнсө урын алды. Призер командалар 1 сентябрҙә, Белем көнөндә, мәктәп линейкаларында бүләкләнәсәк.

Динар ӘХМӘҘРИСЛАМОВ,

йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты рәйесе.

Читайте нас: