Әлшәй хәбәрҙәре
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Август 2020, 15:05

Спорт ҡомары рухында

Уҙған ялда Физкультурниктар көнө үтте.

Иртән иртүк район үҙәгендәге төрлө майҙансыҡтарҙа спорттың 12 төрө буйынса уҙған ярыштарҙы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе залында волейболсылар командаһы башлап ебәрҙе, улар мауыҡтырғыс уйын күрһәтте.

Турнир һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынды «Ингосстрах» командаһы яуланы, икенсе урынды – район хакимиәте һәм өсөнсө урынды «Дамир – Арена» командаһы алды. Иң яҡшы һөжүмсе тип- Данир Әхмәҙишин, иң яҡшы һаҡсы - Анастасия Поволоцкая, төп уйынсы - Марсель Ҡарасурин, иң яҡшы уйынсы тип Вадим Фәйзуллин танылды.

Бер үк ваҡытта балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең шахмат клубында ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында шахмат ярыштары уҙҙы. Бында Беник Фарманян һәм Айгөл Йыһаншина еңеү яуланы, икенсе урында - Радмир Абдуллин һәм Лидия Климина, Артур Зәкиев һәм Яна Ғилманова өсөнсө урын алды.

Мәҙәниәт һарайы артындағы күп функциялы спорт майҙансығында урам баскетболының «Ҡуйы һары туп - 2020" финал уйыны уҙҙы. Ирҙәр араһында «Чикаго» командаһы – беренсе урында, икенсе урынға - «ПФР», өсөнсө урынға «Ласт-Денс» сыҡты.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында почет пьедесталына башҡорт лицейы командаһы күтәрелде, гимназия һәм 2-се мәктәп баскетболсылары шул нисбәттә икенсе һәм өсөнсө урындарҙы алды.

Стадионда район халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн уйын-конкурстар ойошторолдо.

Шулай уҡ был көндө махсуслаштырылған майҙансыҡта ойошмалар һәм предприятиелар араһында «Дуҫлыҡ " кубогына мини-футбол турниры уҙҙы. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса беренсе урын «Шанхай» командаһына бирелде. Икенсе урынды - «Карабах» һәм өсөнсө урынды «Лейпциг» командалары алды.

«Иң яҡшы һөжүм итеүсе» номинацияһына - Шамил Гусейнов, «Яҡшы уйынсы» номинацияһына - Алексей Копылов, «Иң яҡшы һаҡсы» - номинацияһына Марсель Луньков, «Иң яҡшы ҡапҡасы» номинацияһына Михаил Антипин лайыҡ булды.

Спорт саралары һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәргә һәм призерҙарға бүләктәр, сувенирҙар, кубоктар, миҙалдар һәм грамоталар тапшырылды.

Динар ӘХМӘҘРИСЛАМОВ,

спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе.

Читайте нас: