Әлшәй хәбәрҙәре
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Март 2020, 19:10

Еңеү еңел бирелмәй

Раевка ауылының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә республика уҡыусыларының шахмат буйынса XXII спартакиадаһы зона ярыштары үтте.

Унда Әлшәй, Бишбүләк, Бүздәк, Йәрмәкәй һәм Шишмә райондарының йыйылма командалары - 2005 йылғы һәм унан йәшерәк егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡатнашты. Турнир бик ҡыҙыҡлы уҙҙы, бик күп көтөлмәгән партиялар ҙа булды. Һөҙөмтәлә команда иҫәбендә I урын – Әлшәй командаһына, II урын - Шишмә, III урын – Бүздәк, IV урын – Йәрмәкәй һәм V урын Бишбүләк районы командаһына бирелде, тип хәбәр итте беҙгә район хакимиәтенең спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Динар Әхмәҙрисламов.

Әлшәйҙәр хәҙер республика уҡыусыларының XXII спартакиадаһы шахмат буйынса финал ярыштарында район данын яҡлаясаҡ. Йәш шахматсыларға уңыштар теләйбеҙ!

Читайте нас: