Ошо еңеү айҡанлы Владимир Путин Рәсәйҙең сана шыуыу спорты буйынса донъя чемпиондарын ҡотланы. “Ярыштар спортсыларҙың яҡшы әҙерлеген, оҫталығын һәм еңеүгә ынтылышын күрһәтте. Һеҙ яҡындарығыҙға, дуҫтарығыҙға һәм көйәрмәндәрегеҙгә онотолмаҫ ҡыуаныслы минуттар бүләк иттегеҙ”, – тип әйтелә Кремль сайтында килтерелгән телеграммала.