Әлшәйҙәр был мауыҡтырғыс спорт төрөн бик ярата. Мәктәптәрҙең хоккей тартмалары бер ҙә буш тормай, район үҙәгендә көн һайын тиерлек боҙ майҙансыҡтарында ҡыҙыу ярыш бара, унда билдәле һәм тәжрибәле өлкәндәр командалары ғына түгел, мәктәп командалары ла көс һынаша.
Яңы йыл каникулдарында, әйткәндәй, ул күләмле спорт сараларына бай булды, “Алтын шайба” клубы йәш хоккейсыларының финал район уйындары уҙҙы. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе һырғалағында ике көн рәттән төп һәм урта белем биреү мәктәптәре командалары көс һынашты. Көйәрмәндәрҙең иғтибарын айырыуса Торонтайыш командаһының уйыны йәлеп итте, тип әйтһәм, хата булмаҫ. Бер төрлө формалағы спортсылар араһында шлемы аҫтынан сәс толомо күренеп торған хоккейсы айырыла ине. Малайҙар менән бер рәттән, боҙға сығып, еңеү өсөн көрәшкән, шайба килеп тейеүҙән дә ҡурҡмаған сая ҡыҙ кем һуң ул?
Диана Хәмзина туғыҙынсы синыфта уҡый. Бәләкәйҙән үк тимераяҡта шыуа, спортты ярата, ә хоккей менән башланғыс синыфтарҙа уҡығанда мауыға башлай.
- Хоккей ғына түгел, бер ниндәй ярыш та Диана ҡатнашлығынан башҡа үтмәй, - ти Торонтайыш мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Тәминдәр Буранбаев. – Ул футбол, волейбол һәм баскетбол уйнай, саңғыла ла шыуа.
Шулай ҙа боҙҙа сәкән һуғыу ҡыйыу ҡыҙҙың яратҡан уйыны булып ҡала. Ни өсөн?
- Сөнки бик оҡшай, - тип оялып ҡына яуапланы аҙ һүҙле ҡыҙыҡай.
Әммә был гүзәл зат вәкиле һис тә йомшаҡ холоҡло түгел. Юҡҡа ғына “Алтын шайба” турниры йомғаҡтары буйынса Диана иң яҡшы һаҡсы тип танылмаған бит!
Әхирәттәре, шундай уҡ актив, төрлө ярыштарҙа призлы урындар яулаусы Арина Мортазина һәм Наҙгөл Ғәлиуллина ла уның менән бергә боҙға йыш ҡына сыға.
Ә ҡуйған маҡсаттарын тормошҡа ашырырға күнеккән Диана киләсәген спорт менән бәйләргә хыяллана, уның теләге - фитнес-тренер булыу.