Әлшәй хәбәрҙәре
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Ғинуар 2020, 15:55

“Ҡар көнө-2020”

Әлшәйҙәр Бөтә Рәсәй “Ҡар көнө”нә арналған саңғы ярыштарында әүҙем ҡатнашты.

- Был ысын мәғәнәһендә спорт байрамы булды, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты район хакимиәтенең спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Динар Әхмәҙрисламов. – Ошо сара сиктәрендә төрлө ярыштар, ҡыҙыҡлы сығыштар һәм фестивалдәр үткәрелә.

“Ҡар көнө-2020” Раевка ауылының Магистраль урамындағы саңғы юлында тантаналы шарттарҙа асылды. Район мәғариф учреждениеларынан, ауыл биләмәләренән, төрлө ойошма һәм предприятиеларҙан 53 команда, йәғни 450-нән ашыу спорт һөйөүсе ҡатнашты. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр билдәләнде, уларға миҙалдар, статуэткалар, грамоталар һәм кубоктар тапшырылды.

Читайте нас: