Әлшәй хәбәрҙәре
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Ғинуар 2020, 12:00

Яңы йыл уйындары – 2020

Райондың бөтә мәктәптәрендә лә “Сәләмәт быуын – көслө төбәк” проекты сиктәрендә башланғыс синыф уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн “Яңы йыл уйындары – 2020” фестивале үтте, унда 400-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.

Балалар ата-әсәйҙәре менән бергә төрлө эстафеталарҙа ярышты, рәхәтләнеп күңел асты. Фестивалдең мәктәп этабында еңеүселәр район кимәленә сығып, бөгөн балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә көс һынашасаҡ. Еңеүсе ғаилә 18 ғинуарҙа Өфө ҡалаһының “Динамо” стадионында республика финал ярыштарында ҡатнашасаҡ, тип хәбәр итә район хакимиәтенең спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Динар Әхмәҙрисламов.
Читайте нас: