Әлшәй хәбәрҙәре
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Декабрь 2019, 16:45

Ҡышҡы саңғы уҙыштары

Раевка ауылында ҡышҡы спорт миҙгелен асыуға арналған саңғы ярыштары буйынса район беренселеге уҙҙы.

Йыл һайын үткәрелгән сараға 200-ҙән ашыу спортсы – дөйөм белем биреү учреждениелары, ойошмалар, ауыл биләмәләренән 32 команда вәкилдәре йыйылды. Улар иҫәбендә мәғариф, мәҙәниәт, үҙәк район дауаханаһы, гимназия, Аксен агросәнәғәт колледжы коллективтары, бер һүҙ менән әйткәндә, был шәмбе көнөндә саңғы юлына ҡышҡы спорт төрҙәрен үҙ итеүселәр йыйылғайны. Ә быйыл ҡар бик оҙаҡ яуманы, шуға ла көттөрөп кенә килгән ҡарлы мәл ярышта ҡатнашыусыларға икеләтә көс-ҡеүәт өҫтәне.

Төп дөйөм белем биреү мәктәптәре араһында мәндәндәр, воздвиженкалар, ҡармыштар иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Урта мәктәптәр араһында Ыҫлаҡ командаһы – беренсе, Аксен мәктәбе – икенсе, Түбән Әүрез мәктәбе өсөнсө урынға сыҡты.

Ойошмалар араһында Ниғмәтулла ауыл Советы командаһы ал бирмәне. Икенсе урында – гимназия командаһы, өсөнсө урында – үҙәк район дауаханаһы.

Спорт һөйөүсе һәм әүҙем әлшәйҙәр бына шулай күтәренке кәйеф менән быйылғы миҙгелде башлап ебәрҙе.

Читайте нас: