Хатта транспорттан төшмәгәндәр ҙә ваҡыт-ваҡыт йәйәү йөрөү кәрәклеген белә. Ә бына физик күнекмәләр бик килешмәгән кешеләргә “Һаулыҡҡа – бер аҙым!” акцияһы ойошторолдо ла инде. Был сараны үткәреүгә коммерция булмаған автономиялы “Ихлас” ойошмаһының 2019 йылғы президент гранттарының беренсе конкурсында ҡатнашыуы һөҙөмтәһендә өлгәшелде. Был бәйгелә уларҙың социаль хеҙмәтләндереү, граждандарҙы социаль яҡлау буйынса проекты йәмәғәтселек өсөн мөһим программаны бойомға ашырыуға грант ярҙамы алды. - “Һаулыҡҡа – бер аҙым!” – пенсия йәшендәге кешеләргә физик әүҙемлекте һаҡлау өсөн айырыуса һөҙөмтәле, уңайлы һәм популяр спорт төрө - скандинав йөрөшө ярҙамында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, - ти халыҡты социаль хеҙмәтләндереү ойошмаһы директоры З. М. Мөхәмәтйәнова. – Республика бюджетынан беҙгә бүленгән субсидияға 50 пар скандинав таяҡтары һатып алдыҡ, тренер-инструктор Вадим Вәли улы Шәйгәрҙәновты саҡырҙыҡ, ул беҙҙең Раевка, Шафран, Аксен, Торонтайыш һәм Түбән Әүрез ауылдарында йортта социаль хеҙмәт алыусылар менән инструктаж үткәрҙе. “Һаулыҡҡа – бер аҙым!” программаһын тормошҡа ашырыуға бәйле саралар ойоштороуҙа ирекмәндәр – Гөлназ Еникеева, Оксана Маслова, Эльвира Фазлыева, Ольга Карпова һәм Ирина Кривошапко баһалап бөткөһөҙ ҙур ярҙам күрһәтә. - Был спорт төрө беҙгә бик оҡшай, өҫтәүенә ул һаулыҡты нығыта, кәйефте күтәрә һәм ғүмерҙе оҙайта. Беҙ нисек дөрөҫ йөрөргә, уның менән беҙ уйлағанса һәр көндө түгел, ә аҙнаһына ике тапҡыр шөғөлләнергә кәрәклеге тураһында белдек, - ти акцияла ҡатнашыусылар.“Ихлас” ойошмаһы директоры Зөлфиә Миңлефатих ҡыҙы Мөхәмәтйәнова ла “Һаулыҡҡа – бер аҙым!” социаль программаһына ҡушылыуҙарына шатланып бөтә алмай. Ә һеҙ һаулыҡҡа бер аҙым эшләнегеҙме әле? Юҡ икән, әйҙәгеҙ, скандинав йөрөшөнә ҡушылығыҙ!