Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Ноябрь 2019, 11:53

Динар Әхмәҙрисламов “Алтын шайба” клубы рәйесе итеп һайланды

“Алтын шайба” бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы клубы төбәк бүлексәһенең сираттағы йыйылышы уҙҙы.

Республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында делегаттар һәм ведомство вәкилдәре ҡатнашлығында йәш хоккейсыларҙың А. В. Тарасов исемендәге “Алтын шайба” бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы клубы төбәк бүлексәһенең сираттағы йыйылышы уҙҙы.

“Алтын шайба” бөтә Рәсәй клубы төбәк бүлексәһенең яңы рәйесен һайлау көн тәртибендәге төп мәсьәләләрҙең береһе булды. Йәшерен тауыш биреү һөҙөмтәһендә был вазифаға Д. М. Әхмәҙрисламов һайланды.

Республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Таһир улы Хәбибов Динар Марат улын ҡотлап, данлыҡлы “Алтын шайба” хәрәкәте традицияларын лайыҡлы дауам итеүен теләне.

Читайте нас: