Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Сентябрь 2019, 14:09

Иламасы, ямғыр, туҡтасы, аяҙ булһын илебеҙ күге!

Тәбиғәт тә был көндө моңһоу ине, ауыр ҡурғаш төҫлө күктә йөҙгән ҡуйы болоттар һис кенә лә таралырға ашыҡманы - ямғыр булып һибәләне лә һибәләне...

Әйтерһең, тәбиғәт тә Әлшәйҙең данлы улы, милиция подполковнигы Баян Әмир улы Нафиҡовтың иҫтәлегенә уның тыуған яғы Ташлыла 17-се тапҡыр үткәрелгән еңел атлетика кросына йыйылған һәүәҫкәр спортсылар менән бергә геройҙы иҫкә алды.

Йыл һайын сентябрҙә бында бөтә райондан сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған өлкән йәштәгеләр, мәктәп уҡыусылары, студенттар, хеҙмәт коллективтары вәкилдәре, ветерандар йыйыла. Ярыштар башланыр алдынан Чечен Республикаһында батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙҙы белгән кешеләр уны йылы һүҙҙәр менән иҫкә алды. Ташлы халҡы был изге традицияны йыл һайын ҙур ғорурлыҡ менән дауам итә.

Эйе, тәбиғәт тә күҙ йәштәрен йәлләмәне был көндө, әммә 350-нән ашыу кешенән торған 40 команда туҡтауһыҙ яуған ямғыр аҫтында ла йүгерергә әҙер ине. Ҡыҙҙар һәм малайҙар, ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар, спорт ветерандары тәбиғәт һынауына бирешмәй, кроста ҡатнашты, шуға уларҙың барыһы ла икеләтә маҡтауға һәм хөрмәткә лайыҡ.

Ярышта еңеүселәргә миҙалдар, грамоталар, бүләктәр тапшырылды. Һәр кем был саранан көс-ҡеүәт алып, икенсе йылға ла данлыҡлы яҡташыбыҙ Баян Нафиҡов иҫтәлегенә үткән ярышта спортсы дуҫтары менән йәнә осрашыуға өмөтләнеп, ҡайтыр юлға сыҡты.


Читайте нас: