Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Май 2019, 14:35

Шафрандар – иң етеҙҙәре

Пионерия көнөндә Раевка ауылы стадионында спорт ветераны Р. М. Сәмерхановтың күсмә кубогына 5-6-сы синыф уҡыусылары араһында еңел атлетика буйынса район ярыштары уҙҙы.

Сараны ойоштороусы – балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директорының уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Рафаэль Мирҡәҙәм улы Сәмерханов та йәш спортсыларға изге теләктәрен еткерҙе үҙенең дә тап ошо йәштән еңел атлетика менән етди шөғәлләнә башлауы тураһында әйтте. Ул балаларға көн һайын күнекмәләр яһарға, еңел атлетиканың ҙур тырышлыҡ талап итеүен онотмаҫҡа кәңәш итте. Тик шул ваҡытта ғына яҡшы һөҙөмтәләр буласаҡ, тине ул.

Йүгереү юлында малайҙарҙың һәм ҡыҙҙарҙың ярыштарға нисек әҙерләнеүен күрергә була ине. Кубок өсөн ярыштарға 10 команданан райондың иң яҡшы йүгереүселәре килгәйне, һәр мәктәп төркөмөндә дүртәр кеше – ике малай һәм ике ҡыҙ булды.

Старт алдынан сарала ҡатнашыусылар әҙерлек күнекмәләре яһаны. 60 метрға йүгереүҙә тәүгеләрҙән булып ҡыҙҙар үҙ көстәрен һынап ҡараны, улар араһында Шафран урта мәктәбенән Аиша Шиһапова иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте, гиназиянан Есения Пфаненштиль һәм 2-се мәктәптән Алина Найденова шул нисбәттә икенсе һәм өсөнсө урындарҙы бүлеште.

Малайҙар араһында башҡорт лицейынан Шамил Хафизов лайыҡлы еңеү яулаһа, Шафрандан Азамат Нуриев – икенсе, 2-се урта мәктәптән Джамиль Абасов өсөнсө урынды алды.

Оҙонлоҡҡа һикереүҙә ҡыҙҙар араһында Есения Пфаненштилгә (гимназия) тиңдәр табылманы. Тап ул “алтын”ға лайыҡ булды. Көмөш миҙал Шафран урта мәктәбенән Аиша Шиһаповаға һәм бронза Раевка 2-се урта мәктәбенән Алина Найденоваға тапшырылды. Малайҙар араһында лицейҙан Шамил Хафизов иң яҡшы һикереүсе тип табылды. Гимназиянан Кирилл Шведун – икенсе һәм лицейҙан Кирилл Смирнов өсөнсө урындарҙы алды.

Дөйөм иҫәптә шафрандар – беренсе, 2-се мәктәп уҡыусылары – икенсе һәм лицей спортсылары өсөнсө урынды яуланы.


Читайте нас: