Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Май 2019, 10:45

“Башҡортостан йондоҙҙары” – Әлшәй ерендә

Районыбыҙҙа беренсе тапҡыр республиканың 100 йыллығына арналған фитнес-аэробика буйынса “Башҡортостан йондоҙҙары” республика турниры уҙҙы.

Өфө, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Туймазы, Благовещен ҡалаларынан һәм Раевка ауылынан БР спорт аэробикаһы һәм фитнес-аэробика федерацияһына ингән иң көслө командалар көс һынашты. Йәш спортсылар аэробика, степ-аэробика һәм хип-хоп буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте.

Етди ярыштар алдынан һуңғы әҙерлек бара. Малайҙар һәм ҡыҙҙар майҙансыҡта ҡатмарлы спорт комбинацияларын ҡабатлай. Ҡатнашыусыларҙың йәше биш йәштән алып һәм унан өлкәнерәктәр.

Спортсыларҙы район Советы секретары Ш. Ш. Сәлимов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты А. С. Матренин, район хакимиәте башлығы урынбаҫары А. Т. Солтанғолов, БР спорт аэробикаһы һәм фитнес-аэробика федерацияһы президенты Г. В. Емельянова, мәғариф бүлеге етәксеһе А. Т. Вәлиәхмәтов, район спорт комитеты рәйесе Д. М. Әхмәҙрисламов ихлас сәләмләне.

Дәртле музыка яңғырай. Майҙанға бер-бер артлы төрлө номинацияларҙа ҡатнашыусылар сыға. Спортсы ҡыҙҙар иҫ киткес һомғол буйҙары, үҙҙәрен артистарса тотоуы һәм сағыу костюмдары менән һоҡландырҙы. Барыһының да хәрәкәттәре нәфис, улар үҙҙәре лә ҡош кеүек еңел, паркет өҫтөндә осоп ҡына йөрөгән кеүек.

Читайте нас: