Этаптар үтелде. Судьялар коллегияһы йомғаҡ яһай. Спортсылар һәм көйәрмәндәр ялан кухняһында ҡайнар сәй һәм ҡарабойҙай бутҡаһы менән һыйлана, ә велосипедсылар велостартҡа әҙерләнә.
Бер төркөм көйәрмәндәр велосипедсыларҙы дәртләндереп тора. Һәм бына, ниһайәт, финиш...
Эйе, дуҫтар, был ярыштар ҙа артта ҡалды. Еңеүселәрҙе иғлан итер ваҡыт етте. Еңел атлетика эстафетаһында төп белем биреү мәктәптәре араһында икенсе йыл рәттән тәүге урынға Мәндән мәктәбе сыға. Икенсе урында – Воздвиженка командаһы, ниғмәтуллалар – өсөнсө. Урта мәктәптәр араһында торонтайыштарға етеүсе булманы, икенсе урында – М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы, аксендар өсөнсө.
Ойошмалар араһында беренселекте мәғариф бүлеге алды. Икенсе урында – “Берҙәм Рәсәйҙең йәш гвардиясылары” урындағы бүлексәһе, өсөнсө – Раевка үҙәк район дауаханаһы коллективы.
Велоспорт буйынса 20 йәшкә тиклемге категорияла финишҡа беренселәрҙән булып Шафрандан Эльнара Йосопова һәм район үҙәгенән Денис Баһауытдинов килде. 20 йәштән өлкәндәр араһында - Ниғмәтулланан Динара Сафина һәм Артур Ғәйнетдинов.
Почет пьедесталына еңеүселәр һәм призерҙар күтәрелә, уларҙы көслө алҡыштар менән тәбрикләп, беҙҙең гәзит редакцияһынан, район хакимиәтенең спорт һәм йәштәр эштәре комитетынан кубоктар, грамоталар һәм бүләктәр тапшырыла.