Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Апрель 2019, 14:03

Спорт менән дуҫ улар

Район үҙәге мәктәптәренән йөҙҙән ашыу ҡыҙ һәм малай “Рекордҡа!” ГТО нормаларын үтәү буйынса күмәк акцияла ҡатнашты, сара Раевка ауылының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә уҙҙы.

Кесе мәктәп йәшендәге гимназия уҡыусылары иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Айырыуса 3-сө “б” синыфы уҡыусыһы Илназ Ғәрифуллин һәм 2-се “д” синыфы уҡыусыһы Регина Ҡадироваға тиңдәр булманы. Балалар ГТО нормаларын беренсе йыл ғына тапшырмай. Әгәр былтыр ярыш һөҙөмтәләре буйынса “көмөш” алһалар, быйыл “алтын”ға лайыҡ булдылар. Ятҡан килеш кәүҙәне күтәреүҙә Илназ һәм Регина шул нисбәттә 44 һәм 49 балл йыйҙы, гимнастика эскәмйәһендә тура баҫҡан килеш алға эйелеү буйынса – 17 һәм 18, урындан һикереү буйынса һөҙөмтә - 186 һәм 149 сантиметр, бер үк араны ҡабат-ҡабат үтеп йүгереү буйынса (челночный бег, 3x10) 8,2 һәм 9,1 секунд тәшкил итте. Илназ бейек перекладинала күтәрелеүҙә – 12, Регина түбән перекладинала күтәрелеү буйынса 28 балл йыйҙы.

Уҡыусылар менән “Ыласын” физкультура-һауыҡтырыу комплексында ярыштарҙан һуң ғына күрешергә тура килде. 6-8 йәшлек ҡыҙҙар араһында барлыҡ рекордты ла Регина Ҡадирова ҡуйҙы. Ул мәктәптә бик яҡшы уҡый, һәр ваҡыт саңғы ярыштарында, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаша. Буш ваҡытында йүгереүҙә, һикереүҙә үҙ рекордтарын ҡуйырға ярата. Ҡыҙыбыҙ бик хәрәкәтсән, етеҙ, тырыш, ти уның тураһында атаһы. Киләсәктә гимнастика йәки бейеү менән шөғөлләнергә уйлай.

Илназ Ғәрифуллин алты йәшенән каратэ секцияһына йөрөй. Әммә малай ҡара билбауға эйә булған да инде.

- Бик һәләтле, тырыш һәм эшһөйәр малай ул, алдына ҡуйған маҡсатҡа һәр ваҡыт ирешә, - ти тренеры Шакирйән Хөсәйенов.

Йәш спортсы әйтеүенсә, ул даими күнекмәләр эшләй. Көн һайын йөҙ тапҡыр иҙәндән ҡулында күтәрелә, турникта 30-ар тапҡыр күтәрелә. Һүҙҙәрен раҫлау өсөн Илназ көс һәм акробатик күнегеүҙәр комплексын эшләп күрһәтте.

Йыл һайын ГТО нормаларын тапшырыусылар һаны арта. Балалар күнекмәләр үткәрә, үҙ һөҙөмтәләрен яҡшырта, сөнки рекорд ҡуйыу өсөн һәр ваҡыт әҙер булырға кәрәк.

Читайте нас: