Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Март 2019, 12:45

Йәштәр ал бирмәй

Раевка шахмат клубында сираттағы XXXIV асыҡ район чемпионаты уҙҙы.

Турнирҙа 23 спортсы-разрядсы ҡатнашты, Әлшәйҙең иң яҡшы уйынсылары менән бер рәттән, күршеләребеҙ – шишмәләр һәм республика баш ҡалаһынан килгән шахматсы көс һынашты.

Раевка балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, район үҙәгендә йәшәүсе Максим Найденов мөмкин булған һигеҙ мәрәйҙән ете балл йыйып, өсөнсө тапҡыр район чемпионы исеменә лайыҡ булды. М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының ун беренсе синыф уҡыусыһы Артур Лотфуллин еңеүсенән бер аҙға ғына ҡалышып, икенсе урынды алды. Артур өҫтәмә күрһәткестәр буйынса тренеры Илмир Мөхәмәтйәновты (ул өсөнсө урынға сыҡты) уҙып китте.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында бер юлы дүрт шахматсы бер үк мәрәй йыйҙы һәм, урындарҙы билдәләү өсөн, коэффициенттар ҡулланырға тура килде. Шишмәнән Элина Үрәҙмәтова һәм Эльвира Фәхретдинова – беренсе һәм икенсе, ә Раевка башҡорт лицейы уҡыусыһы Азалия Рзаева өсөнсө урынға сыҡты.

“Уйынға тоғролоҡ өсөн” призына райондың барлыҡ чемпионаттарында ҡатнашыусы, пенсионер Ғаяз Хәсәнов лайыҡ булды. Мәктәп уҡыусылары араһында етенсе синыф уҡыусыһы Артур Зәкиевҡа махсус “Шахмат өмөтө” призы тапшырылды. Шишмә районынан Радмир Ишбулатов турнирҙың иң йәш ҡатнашыусыһы булды.

Радмила РЗАЕВА,

ярыштарҙың баш секретары, 2-се категориялы судья.

Шахмат буйынса район чемпионы Максим Найденов (һулда) призерҙар Илмир Мөхәмәтйәнов һәм Артур Лотфуллин менән.

Фәнил Мөхәмәтйәнов фотоһы.

Читайте нас: