Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Март 2019, 11:18

Тәнгә – сихәт, йәнгә рәхәт, Хәрәкәткә мең рәхмәт!

Ауыл биләмәләре, хеҙмәт коллективтары командалары ҡышҡы спартакиадала ҡатнашты.

Быйыл утыҙынсы тапҡыр үткәрелгән спартакиада 500-ҙән ашыу кешенән торған 36 команданы берләштерҙе. Улар традиция буйынса “Ыласын” спорт һарайы майҙансығында ойошторолған тантанаға йыйылды. Район хакимиәте башлығы Д. Р. Мостафин, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты А. С. Матренин һәм район хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы А. Т. Солтанғолов спортсыларҙы ихлас сәләмләне. Әйткәндәй, Антон Матренин сараға буш ҡул менән килмәгән. Ул көслө алҡыштар аҫтында йәш “Дим” командаһына хоккей инвентары бүләк итте.
Ярыштар программаһына саңғы эстафетаһы, пневматик мылтыҡтан атыу, гер күтәреү, өҫтәл теннисы, шашка, шорт-трек, ҡыҙыл һыҙыҡтан ҡапҡаға шайба ырғытыу һәм армспорт инде. Ҡатнашыусылар стартҡа әҙерләнгән арала беҙ икенсе ҡаттағы фойеға күтәрелдек, унда урындағы етештереүселәрҙең һәм күрше райондың кулинария оҫталары продукцияһының күргәҙмә-дегустацияһы ойошторолдо. Бында ниндәй генә ризыҡ юҡ ине! Дегустация булғас, теге йәки был ризыҡты тәмләп ҡарарға, оҡшағанын һатып алырға ла була. Сөнки ҡулланыу баҙарындағы етештереүселәр: “ЕвгИрина” йәмғиәте (Д. П. Николаев), “Лакомка” (Р. М. Сәйетов), “Әлшәй-ит” йәмғиәтенең Раевка ит комбинаты” йәмғиәте (Ю. В. Павлов), эшҡыуарҙар М. С. Шәймөхәмәтов, Р. М. Зарипов, А. Й. Рәжәпов, “Ауыргазымолпродукт” йәмғиәте (В. Ю. Воронин) продукцияһын күптәр ҙур теләк менән һатып ала.
Артабан беҙ тренажер залына күҙ һалдыҡ, бында ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәрҙең армспорт буйынса үҙ көсөн һәм маһирлығын күрһәтә ине. Алғараҡ китеп шуны әйтке килә, спорттың был төрөндә Раевка 4-се урта мәктәбенән Екатерина Жуковская, Аксен агросәнәғәт колледжынан Ләйсән Солтанова, Ҡармыш ауыл Советынан Илнур Ҡаһарманов, мәҙәниәт бүлегенән Дмитрий Карпов һәм “Раевсахар” йәмғиәтенән Дмитрий Огневец үҙ командаларына еңеү килтерҙе. Ә беренсе урынға агросәнәғәт колледжы сыҡты. “Раевсахар” йәмғиәте – икенсе, М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы өсөнсө урынды алды.
Тимераяҡтарҙа ярыш та ҡыҙыу барҙы. Раевка ауыл Советынан Вадим Ғайсин һәм Мәндән ауыл Советынан Лиана Нәғимова иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Команда беренселегендә Раевка ауыл Советы вәкилдәре еңеүгә өлгәште. Үҙәк район дауаханаһы – икенсе, 4-се мәктәп командаһы өсөнсө урынға сыҡты.
Пневматик мылтыҡтан атыу тирында ҙур сират теҙелгәйне. 4-се мәктәптән Татьяна Акимова һәм “Раевсахар” йәмғиәтенән Иван Стретинский иң мәргәндәр тип табылды.
Өҫтәл теннисы буйынса көс һынашыусылар ҙа күп ине. Башҡорт лицейынан Фәнил Мөхәмәтйәнов һәм “Раевсахар” йәмғиәтенән Зәлиә Миңлейәрова иң етеҙ һәм осҡор тенниссылар тип табылды.
Шашка таҡталары эргәһендә балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер- уҡытыусыһы Илмир Мөхәмәтйәнов спортсыларға үҙ кәңәштәрен бирҙе. Спорттың был интеллектуаль төрөндә үҙ көстәрен һынап ҡараусылар айырыуса күп булды. Уңыш “Раевсахар” йәмғиәтенән Анастасия Ивановаға һәм Раевка ауыл Советынан Виктор Селезневҡа йылмайҙы. Команда иҫәбендә “Раевсахар” шашкасылары еңеүгә өлгәште, Торонтайыш ауыл Советы – икенсе, Ҡармыш уйынсылары өсөнсө урынды алды.
Һауа торошоноң яҡшы булыуы бигерәк тә саңғысыларҙы ҡыуандырҙы. Был бәйгелә ауыл биләмәләре башлыҡтары, ойошмалар етәкселәре, профсоюз лидерҙары, хеҙмәт коллективтары вәкилдәре әүҙем ҡатнашты. Саңғы уҙышында Ыҫлаҡ ауыл Советы командаһы еңеүсе булды. Гимназия спортсылары – икенсе һәм “Раевсахар” йәмғиәте командаһы өсөнсө урынға сыҡты.
Ауыр атлетика залына иң көслө спортсылар – баһадирҙар йыйылды. Бына мәҫәлән, шәкәр заводы эшсеһе Иван Солдатовты ғына алайыҡ. Ул йыл һайын еңеү яулай. Был юлы ла 24 килограмлы ике герҙе 75 (!) тапҡыр күтәрҙе. Аксен агросәнәғәт колледжы командаһы өсөн сығыш яһаған Павел Матвеев та яҡшы һөҙөмтә (50 тапҡыр) күрһәтте. Төхвәтшин шәхси предприятиеһынан Камил Ғәниев, элемтә үҙәгенән Руслан Хөссәмов һәм Шафран ауыл Советынан Филүс Исхаҡов гер спортында төрлө ауырлыҡ категорияларында еңеүсе булды. “Раевсахар” йәмғиәте командаһы – беренсе, Төхвәтшин шәхси предприятиеһы – икенсе һәм Аксен агросәнәғәт колледжы өсөнсө урынды алды.
Ҡыҙыл һыҙыҡтан ҡапҡаға шайба ырғытыуҙа етәкселәр ярышты. Бында Ниғмәтулла ауыл Советынан Әүхәт Хәлиуллин һәм Әбдрәшит ауыл Советынан Зилә Асфина иң оҫталары тип табылды.
Бөтә ярыш һөҙөмтәләре буйынса дөйөм команда беренселегендә “Раевсахар” йәмғиәте спортсылары беренсе урынға лайыҡ булды. Аксен агросәнәғәт колледжы – икенсе һәм Раевка 4-се урта мәктәбе командаһы өсөнсө урынды алды.
Ҡышҡы спартакиаданы ябыу тантаһында еңеүселәргә һәм призерҙарға район хакимиәтенең спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитетынан сувенирҙар, кубоктар, миҙалдар һәм грамоталар тапшырылды.
Башҡа фотоларҙы https://alsh-vesti.rbsmi.ru/ сайтында ҡарағыҙ.
Читайте нас: