Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Февраль 2019, 12:16

“Дим” еңде

Бишбүләктә ауыл райондары командалары араһында шайбалы хоккей буйынса республика XXVII Ауыл спорт уйындарының район-ара-төбәк ярыштары уҙҙы.

Бәйгелә Әлшәй, Бишбүләк, Благовар, Бүздәк һәм Шишмә райондары командалары ҡатнашты. Көсөргәнешле матчтар һөҙөмтәһендә Әлшәй командаһы йәнә яҡшы әҙерлек күрһәтеп, беренсе урынды яуланы. Икенсе урында – шишмәләр, турнир хужалары булған бишбүләктәр өөсөнсө урынға сыҡты.

Тренер Марат Әхмәҙрисламов етәкселегендәге Әлшәй районы командаһын Михаил Антипин, капитан Артур Байтурин, Евгений Бондарев, Тимур Ғиззәтуллин, Геннадий Горбунов, Руслан Зәкиев, Платон Калаев, Марсель Камашев, Илмир Минһажев, Динис Миңлейәров, Дамир Мостафин, Антон Новиков, Вячеслав Поволоцкий, Рушан Сәйетов, Салауат Хәкимов һәм Рөстәм Шәйәхмәтов тәҡдим итте.

БР хоккей буйынса XXVII Ауыл спорт уйындары финал ярыштары беҙҙә, Раевка ауылында, 14 февралдән 17 февралгә тиклем уҙасаҡ. Әлшәй командаһына уңышлы сығыштар теләйбеҙ!

Район йыйылма командаһына ярыштарға барыуҙа ярҙам күрһәткән эшҡыуарҙар Э. Х. Вәлиева, Т. Н. Гридина, Ю. С. Дәүләтшин, Р. М. Зарипов, С. А. Овчаров, С. Е. Рогановҡа рәхмәт белдерәбеҙ.

Читайте нас: