Әлшәй хәбәрҙәре
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Ғинуар 2019, 14:38

Биттәр ал булыр, яҡшы ял булыр!

Әлшәйҙәр Бөтә Рәсәй ҡар көнөндә күмәкләп саңғы уҙышында ҡатнашты.

Биләмә-ара үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре был ҡышҡы спорт байрамын үткәреүгә яңылыҡ индереп, ярышта ҡатнашыусылар араһында ҡыҙыҡлы конкурс ойошторҙо һәм дөрөҫ яуаптар өсөн приздар таратты.

Ә артабан мәктәп уҡыусылары, хеҙмәт коллективтары, ауыл биләмәләре вәкилдәре күтәренке кәйеф менән берҙәм стартҡа баҫты. Әйтергә кәрәк, был сарала ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта бара.

Район хакимиәте, мәғариф, мәҙәниәт бүлектәре, ДОСААФ бүлексәһе һәм ветерандар командалары һәм башҡалар айырыуса әүҙем булды. Ҡыҫҡаһы, был көн әлшәйҙәр өсөн ысын мәғәнәһендә иҫтә ҡалырлыҡ үтте.

Спорттың үҙ ҡанундары. Кемдер еңеүгә өлгәшә, ә кемдер уңышһыҙлыҡҡа осрай. Был юлы ла шулай булды: күптәр тәүҙә үк финиш һыҙығын уңышлы үтте, ә ҡайһы берәүҙәрҙе саңғылары “бик тыңламаны” һәм улар, юлдан сығып, көрткә барып сумды. Әммә был саңғысыларға сәм генә өҫтәне, улар көлөшә-көлөшә артабан юлын дауам итте. Шуның өсөн дә ҡар көнө бит ул!

Был дата халыҡ-ара саңғы спорты федерацияһы тәҡдиме менән булдырылды һәм тәүге тапҡыр 2012 йылдың ғинуарында билдәләнә башланы. Был көндөң икенсе исеме лә бар, ул Халыҡ-ара ҡышҡы спорт төрҙәре көнө тип тә йөрөтөлә. Нисек кенә булмаһын, ошо сараларҙың төп маҡсаты - кешеләрҙе мөмкин тиклем сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу. Әлшәйҙәге ярыштарҙа 400-ҙән ашыу спортсының ҡатнашыуы ла быға асыҡ дәлил.

Ниғмәтулла, Ыҫлаҡ, Мәндән, Аксен, Ғәйнәямаҡ, Торонтайыш мәктәптәре уҡыусылары, шулай уҡ гимназия, Раека үҙәк район дауаханаһы һәм “Раевсахар” йәмғиәте командалары яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Стартҡа баҫып, мауыҡтырғыс байрамда ҡатнашҡан башҡа спортсыларға ла афарин, тип әйтергә генә ҡала.

Читайте нас: