Кәйефтәр ҙә күтәренке. Ҡатнашыусыларҙың бөтәһендә лә ярыш сәме һиҙелә – көҙгө велоспорт фестивале башлана.
Быйыл ойоштороусылар ярыштарҙың маршрутын үҙгәртте. Йыйылыу урыны итеп Линда ауылы билдәләнде, ә дистанцияларҙы “Башҡортостан бройлеры” ҡошсолоҡ комплексы юлынан үтергә кәрәк ине. Сараға районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан 150-нән ашыу велосипедсы килде. Егерме ике мәктәп үҙ командаларын ебәрҙе.
Спортсылар күнекмәләр яһай, тренерҙар һуңғы кәңәштәрен бирә. Балалар түҙемһеҙлек менән стартҡа сығыуҙы көтә. Күптәр тулҡынлана, сөнки көндәштәр күп. Әммә һәр кем еңеү теләге менән яна. Беренселәрҙән булып стартҡа 11 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар һәм малайҙар баҫа. Улар артынан – 14 йәшкә тиклемгеләр, ә уларҙан һуң – 16 һәм 20 йәшкә тиклемгеләр уҙыша башланы.
Көндәштәрен артта ҡалдырып, Мәндән мәктәбенән Олег Ғайсин һәм Карина Ханова, Ниғмәтулланан Илмир Мөхәмәҙиев, Әлиә Дәүләтшина һәм Алһыу Әминева, гимназиянан Рузил Хәйретдинов, Аксен агросәнәғәт колледжынан Динар Аҫылғужин еңеүселәр булды. Икенсе урынға Ғәйнәямаҡ мәктәбенән Азамат Мөхәмәтйәнов һәм Юлиә Кашаева, гимназиянан Константин Сямриков һәм Роман Белинский, Мәндәндән Лениза Вилданова, Торонтайыштан Гүзәл Ғәлимова, Ҡырым мәктәбенән Рушан Нафиҡов сыҡты. Почет пьедесталының өсөнсө баҫҡысына Никифар мәктәбенән Ринат Ғәбитов, башҡорт лицейынан Илшат Аҡсулпанов, Ниғмәтулланан Ләйсән Һаҙыева һәм Әҙилә Хәкимова, Шафран мәктәбенән Владимир Ситьков һәм Эльнара Юнысова, Ниғмәтулланан Максим Матвеев күтәрелде.
Велосипед ярышында традиция буйынса өлкәндәр ҙә ҡатнашты, уларҙың күбеһе - тәжрибәле спортсылар. Улар 40 йәшкә, 55 йәшкә, 60 йәшкә тиклем һәм унан өлкәнерәктәр категорияларында көс һынашты. Был категорияларҙа Руфина Фәйзрахманова (Шафран ауылы), Денис Миңлейәров (балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе), Ренат Зәкиев (Шафран мәктәбе), Зөлфирә Усачева (Ҡырым мәктәбе) һәм Салауат Көҫәпҡолов (мәҙәниәт бүлеге) беренсе урынды яуланы. Икенсе урында – “Стройресурсы” йәмғиәтенән Алена Мостафина һәм Заһир Мостафин, Шамил Әхмәтов (Ниғмәтулла мәктәбе) һәм Һәүбән Тажиев (балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе). Екатерина Кузнецова (балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе), Әлфир Һәүбәнов (“Стройресурсы” йәмғиәте) өсөнсө урынды алды.
Велоспорт фестивале мәктәпкәсә йәштәгеләр араһында ла үткәрелде. Иң йәш велосипедсылар (барлығы йөҙгә яҡын бала ине) М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы майҙанында 5 йәштән 6 йәшкә һәм 6 йәштән 7 йәшкә тиклемге ике төркөмдә ярышты. 300 метр араны беренселәрҙән булып Радмир Һиҙиятуллин (3-сө балалар баҡсаһы), Ксения Дорофеева (2-се баҡса), Вилдан Мостафин (6-сы баҡса), Милана Мөрсәлимова (3-сө баҡса) үтте. Икенсе урында – Данил Хаживәлиев (2-се баҡса), Элина Шафиҡова (1-се баҡса), Кирилл Попов (7-се баҡса) һәм Рината Шәйгәрҙанова (2-се баҡса). Эмир Хажиев (5-се баҡса), Руфина Ситдиҡова (2-се баҡса), Эмиль Әҙелев (3-сө баҡса) һәм Валерия Жнейкина (1-себаҡса) өсөнсө урынға сыҡты.
Алда алтын көҙҙөң тағы ла бер айы бар һәм ҡояшлы көндәр ҙә булыр әле, тип ышанғы килә. Шулай булғас, велосипедсыларҙың был көндәргә шатланып, рәхәтләнеп саф һауала йөрөргә һәм сәләмәтлектәрен нығытырға ваҡыты бар әле.