Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Сентябрь 2018, 17:15

Данлы яҡташыбыҙҙы иҫкә алып

Эске эштәр подполковнигы Баян Нафиҡов иҫтәлегенә сираттағы көҙгө район-ара еңел атлетика кросы уҙҙы

Ташлы ауылы шәмбе көндө ҡунаҡтар ҡаршы алды. “Милләттәр кросы-2018” сиктәрендә үткәрелгән ярыштарға төрлө ойошмаларҙан, район мәктәптәренән, Аксен агорсәнәғәт колледжынан, Бәләбәй ҡалаһы һәм Әлшәй районы Эске эштәр бүлектәренән 250-нән ашыу кеше йыйылды.

Сара башланыр алдынан, традиция буйынса, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә ҡуйылған таҡтаташҡа сәскәләр һәм веноктар һалынды. Әлшәйҙең данлы улы Баян Әмир улы Нафиҡовты бер минут тын тороп иҫкә алдылар. Район хакимиәте башлығы Д. Р. Мостафин да яҡташыбыҙҙы йылы һүҙҙәр менән хәтерләне һәм спортсыларға уңышлы старттар, рух күтәренкелеге теләне.

Быйылғы кроста ла алты йәш категорияһында ярыштылар. Һәр ваҡыттағыса, тәүгеләрҙән булып 10 йәшкә тиклемге еңел атлеттар стартҡа баҫты. Етеҙ ҡыҙҙар һәм малайҙар үҙ дистанцияларын күҙ асып йомғансы үтте. Улар араһында лидерҙар ҙа билдәләнде. Өсөнсө урында - гимназиянан Байрас Сәйфуллин, Мәндәндән Олег Ғайсин – икенсе, Ыҫлаҡтан Ленар Ахунов беренсе урынды яуланы. Ҡыҙҙар араһында ошо йәш төркөмөндә иң яҡшы һөҙөмтәгә Раевка 2-се урта мәктәбенән - Диана Зайвый (өсөнсө урын), Мәндәндән - Ләйсән Мохтарова (икенсе) һәм Ыҫлаҡтан Алина Хисамова (беренсе) өлгәште.

11 йәштән алып һәм унан өлкәндәр араһында Ғәйнәямаҡтан Илназ Луҡманов, Шафрандан Эльвина Хәйруллина, Торонтайыштан ағаһы Азатты (ул 200 метр арала икенсе урын алды) уҙып киткән Рөстәм Хөссәмов еңеүсе булды. Шулай уҡ Шафрандан Эльнара Юнысова, Раевка 2-се урта мәктәбенән Эльнар Мөхәррәмов, мәғариф бүлегенән Зимфира Исламоратова, Ташлынан Рима Үлмәҫҡолова, Воздвиженканан Ғәлимйән Ғайсин да ал бирмәне.

Ташлы ауылынан мәғариф ветераны Разия апай Ғәлимоваға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. 80 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, 500 метр араны бик еңел йүгереп уҙҙы ул. “Өйөмдә велотренажер бар, мин унда көнөнә бер нисә тапҡыр шөғөлләнәм”, - ти Разия Тимерйәр ҡыҙы.

Спорт ветераны Һәүбән Тажиев та был көндө йүгерергә сыҡты, ул ярыштарҙың сағыу мәлдәрен фотоға ла төшөрөп алды.

Шәхси беренселектә мәғариф бүлеге командаһы ағзалары Вадим Дудоров, Раил Исламоратов призер булды. Аксен мәктәбе директоры Дмитрий Сидоров һәм Шафрандан физкультура уҡытыусыһы Ренат Зәкиев 1000 метрға йүгереп, башҡаларға ла өлгө күрһәтте.

Судьялар коллегияһы йомғаҡ яһаған арала спортсылар һәм көйәрмәндәр ялан кухняһында ҡайнар сәй һәм тәмле бутҡанан ауыҙ итте.

Көслө алҡыштар аҫтында еңеүселәргә район хакимиәтенең спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитетынан грамоталар, миҙалдар һәм приздар, шулай уҡ Бәләбәй ҡалаһы Эске эштәр бүлеге вәкилдәренән ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.


Читайте нас: