Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Август 2018, 17:21

Ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға өйрәтә ул

Ҡул көрәше, каратэ буйынса тренер Шакирйән Хөсәйенов үҫмерҙәрҙең ихтыяр көсөн нығыта

90-сы йылдарҙа Раевкала каратэ менән мауығыусылар һаны артты. Тегендә лә, бында ла ҡулдан яҙылған иғландар төрлө секцияларға саҡырҙы. Әммә бер аҙҙан ысын каратэ оҫтаһы килгәс (был хаҡта хәбәр бик тиҙ таралды), малайҙар һәм һуңғараҡ ҡыҙҙар ҙа ул ойошторған секцияға яҙылыу өсөн район мәҙәниәт һарайына ағылды. Каратэ менән шөғөлләнергә теләк белдереүселәр 750-нән артып киткәс, һәр береһе йөҙәр кешенән торған төркөмдәр булдырылды. Уларҙың бөтәһе менән дә күнекмәләр үткәреү мөмкин түгел ине. Ләкин бер-ике айҙан күнекмәләргә ысын мәғәнәһендә һәләте булғандар ғына йөрөй башланы.

- Көндөҙ урман хужалығында пилорамала эшләнем, ә кистәрен ике сәғәт малайҙар менән шөғөлләндем, - тип иҫкә ала ул йылдарҙы Шакирйән Шәрәф улы. – Мин Ҡаҙағстанда, Павлодар ҡалаһында тыуғанмын, шунда беренсе синыфҡа барҙым, ә артабан уҡыуымды Үзбәкстанда дауам иттем, 29 йыл Гагарин ҡалаһында йәшәнем.

Мәктәп йылдарында Шакирйән Хөсәйенов грек-рим көрәше секцияларында, бер аҙ бокс менән шөғөлләнә, башҡа һуғышсан спорт төрҙәре тураһында ишеткәне лә булмай. Һигеҙенсе синыфты тамамлағандан һуң, һөнәрселек училищеһында газоэлектросварщикка уҡып сыға, бында ул үҙе өсөн тренаржерҙар яһау тураһында хыяллана. Спорт менән шөғөлләнеүе уға армияла ла ярҙам итә. Германияла махсус батальонда ике йыл хеҙмәт итә, унда яугирҙәрҙе ете минутлыҡ ҡул көрәше серҙәренә өйрәтәләр... Артабан яҙмыш уны Саратовҡа, унан инде әсәһенең тыуған яғы Әлшәй районына илтә. Бында Шакирйән эш эҙләп Мәскәүгә сығып китергә мәжбүр була, бер аҙ төҙөлөш компанияһында эшләгәс, йәнә Раевкаға ҡайта. Ҡатыны менән ике ҡатлы йорт төҙөп сығалар, гараждың икенсе ҡатында тренажер бүлмәһе эшләй, сейә ағастары ултырта, ихатаһын төҙөкләндерә, виноград, башҡа йәшелсә-емеш культуралары үҫтерә башлай. 2015 йылдан “Ыласын” физкультура-һауыҡтырыу комплексында каратэ буйынса дәрестәр алып бара, бөгөн унда 60-тан ашыу малай һәм ҡыҙ шөғөлләнә.

- Был тәү сиратта һаулыҡ өсөн кәрәк. Мин үҫмерҙәрҙе һуғышырға түгел, ә хәүефле хәлдәр килеп тыуғанда һаҡланыу алымдарына өйрәтәм. Тәүҙә - ушу һауыҡтырыу гимнастикаһы, ә һуңынан инде каратэға күсәм. Малайҙар менән Туймазыға ярышҡа барып ҡайттыҡ. Гагарин ҡалаһынан (мин үҙ ваҡытында унда стадионда спорт залы төҙөгәйнем) элекке спорт комитеты етәксеһе шунда күсенгән икән һәм ул беҙҙе ярышҡа саҡырҙы. Туймазыла беҙҙең балалар бөтә өс призлы урынды яуланы, ә өлкәндәр өсөнсө урынды алды. Беҙгә шунда уҡ иғтибар иттеләр, - тип, үҙ эше, тәрбиәләнеүселәре турһында һөйләүен дауам итте Шакирйән Шәрәф улы.

Уны сәғәттәр буйына тыңларға мөмкин. Музыкаль белеме булған, пневматик мылтыҡтан атыу, еңел атлетика, йөҙөү буйынса призлы урындарҙы яулаған спортсы ҡатыны Галина Викторовна менән үҙгәртеп ҡороу йылдарында тормоштарын бер аҙ яйға һалыу өсөн палаткала һатып, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгәндәр. Ҙур ғаиләләре менән мәсет эргәһендәге бәләкәй өйҙә йәшәгәндәр. Төрлө семинарҙарҙа “нань-цань, “тунбейцуань” стилдәрен үҙләштергәндәр. Ғаилә тормошондағы “ҡара һыҙатты” улар бергәләп еңеп сыҡҡан. Ҡыҙҙары Альбина бөгөн Өфөлә эшләп йөрөй, улдары Шамил Стәрлетамаҡ физкультура колледжына документтарын тапшырған.

- Беҙ һәр ваҡыт балаларыбыҙ эргәһендә йәшәйәсәкбеҙ. Атай-әсәйҙәребеҙ ҙә ҡояшлы Үзбәкстандан беҙҙең янға күсеп ҡайтты. Беҙ шулай тәрбиәләнгәнбеҙ. Шулай булырға тейеш тә, балалар тормош мәғәнәһен аңлаһын...- ти әңгәмәсем фәлсәфәүи уйҙарға бирелеп.

Бына ни өсөн балалар уға тартыла икән. Юҡ, тәбиғәт ҡосағында ял иткәндә ул усаҡта бешергән тәмле картуф, ысын үзбәк былауы өсөн түгел, ә киң күңелле, барыһын да ҡабул итә һәм аңлай белеүе, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булыуы менән яулаған ул үҫмерҙәр йөрәген.

Читайте нас: