Былтыр федераль, республика һәм урындағы бюджеттарҙың финанслауы һөҙөмтәһендә Шафран һәм Никифар ауылдары уҡыусылары яңы уҡыу йылы башланыуға капиталь ремонтланған спорт биналары алды, ә быйыл иһә Аксен ауылы мәктәбе лә проектта ҡатнашты.
Аксен мәктәбенең спорт залын ремонтлауҙы финанслауҙың дөйөм суммаһы 1 млн 200 мең һум тәшкил иткән. Эштәр тамамланған да инде. Бинаның түшәме капиталь ремонтланған, ишектәр, йылылыҡ системаһы алмаштырылған, электр-монтажлау эштәре башҡарылған, автоматлаштырылған янғын сигнализацияһы ҡуйылған. Бынан тыш, елләтеү системаһы булдырылған, ике сисенеү бүлмәһе тулыһынса яңыртылған.
- Ремонт эштәре планға ярашлы үткәрелде. Яңы уҡыу йылында балалар бөтә хәүефһеҙлек талаптарына яуап биргән яңы спорт залында шөғөлләнер һәм төрлө ярыштарҙа ҡатнашып миҙалдар яулар, - тине Аксен мәктәбе директоры Д. А. Сидоров.