Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Июль 2018, 11:55

Турист һуҡмаҡтары бик текә

Ошо көндәрҙә уҡыусылар араһында спорт туризмы буйынса 61-се район ярыштары уҙҙы.

Ошо көндәрҙә уҡыусылар араһында спорт туризмы буйынса 61-се район ярыштары уҙҙы.
Түбән Әүрез ауылы янындағы матур тәбиғәт ҡосағында палаткалар лагеры барлыҡҡа килде. Унда мәктәптәрҙән 22 команда урынлашты.
Сараны тантаналы асып, район хакимиәте башлығы урынбаҫары З. З. Әхмәтов, мәғариф бүлеге етәксеһе А. Т. Солтанғолов, Пионерҙар йорто директоры Н. А. Самойлова, спорт комитеты рәйесе Д. М. Әхмәҙрисламов йәш туристарға изге теләктәрен еткерҙе.
Программа, ғәҙәттәгесә, мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы булды. Беренсе көндө йәйәүле дистанциялар буйынса ярыштар уҙҙы.
Инструктаж үткәндән һуң, спорт туризмы өсөн махсус кейемдәр кейгән уҡыусылар бәйгене башланы. Бөтә командалар ҙа, бер-береһенә ярҙам итеп, ҡаршылыҡтарҙы лайыҡлы үтте. Юл ҡатмарлы булды: бер туҡтауһыҙ төшөү, күтәрелеүҙәр, бүрәнә аша сығыу, аҫылмалы бауҙан үтеү, траверс һәм башҡалар. Йәш туристарға ҡағиҙәләрҙе боҙмай ғына этаптарҙы үтеү еңелдән булманы. Ара ҙур булғанға, етеҙ хәрәкәт итергә кәрәк ине.
Конкурс программаһында балалар командалары менән таныштырҙы һәм гитараға ҡушылып турист йырҙарын башҡарҙы. Уҡыусылар тарих, район мәҙәниәте һәм тәбиғәте, турист атамаларына ҡағылышлы һорауҙар ингән тыуған яҡты өйрәнеү викторинаһында белемен тикшерҙе. Унда шулай уҡ турист күнекмәләре һәм көнкүреше лә баһаланды.
Мауыҡтырғыс ярыш йомғаҡтары буйынса дөйөм беренселектә Пионерҙар йортоноң туристик йүнәлештәге берекмәләре араһында – Түбән Әүрез урта мәктәбе “Йәш турист” команда берләшмәһе (етәксеһе Р. Шәйбәков), урта мәктәптәр араһында – Ыҫлаҡ командаһы (Р. Мохтаров), төп дөйөм белем биреү мәктәптәре араһында – Ғәйнәямаҡ командаһына (Р. Солтанов) етеүселәр булманы. Ярыш еңеүселәре һәм призерҙары район мәғариф бүлеге грамоталары менән бүләкләнде.
Ике көн һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Был ваҡыт эсендә йәш спортсылар үҙҙәрен экстремаль шарттарҙа һынап ҡараны, үҙҙәре ашарға бешерҙе, кичләрен усаҡ янында йырҙар йырланы. Барыһы ла онотолмаҫ тәьҫораттар алды, яңы дуҫтар тапты.
Айгөл МӨХӘМӘТДИНОВА.
Автор фотолары.
Читайте нас: