Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Июнь 2018, 11:27

Тимур Имашев йәнә еңеүсе

Бокс буйынса спорт мастеры Тимур Имашев, финалдың икенсе раундын ваҡытынан алда тамамлап, бәйгелә беренсе урынды яуланы.

Өфөлә “Динамо” спорт комплексында милиция генерал-майоры Р. З. Фәйрүзов иҫтәлегенә бокс буйынса халыҡ-ара кубок ярыштары уҙҙы.

Түшәтмәлә Башҡортостан, шулай уҡ Ҡырым Республикаһы, Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстан боксерҙары осрашты. Раевка спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт университеты студенты, бокс буйынса спорт мастеры Тимур Имашев, финалдың икенсе раундын ваҡытынан алда тамамлап, бәйгелә беренсе урынды яуланы.

Рәмил ҒӘЛИЕВ,

Раевка балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер-уҡытыусыһы.

Читайте нас: