Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Май 2018, 10:56

Ҡояшлы май йәнә эстафетаға йыйҙы

Район гәзите приздарына Еңеү көнөнә арналған еңел атлетика эстафетаһы 63 йыл инде иң сағыу һәм хәтерҙә ҡалырлыҡ спорт сараларының береһе булып тора.

Район гәзите приздарына Еңеү көнөнә арналған еңел атлетика эстафетаһы 63 йыл инде иң сағыу һәм хәтерҙә ҡалырлыҡ спорт сараларының береһе булып тора. Быйыл да унда 300-ҙән ашыу спортсыны берләштергән 32 команда ҡатнашты.

Салауат Юлаев исемендәге майҙанға мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм хеҙмәт коллективтарынан вәкилдәр йыйылды. Сәләмләү һүҙе менән уларға район хакимиәте башлығы Д. Р. Мостафин, Дәүләт Думаһы депутаты А. Н. Изотов һәм “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзите баш мөхәррире С. И. Жуковская мөрәжәғәт итте.

Ярышта ҡатнашыусыларҙың күтәренке кәйефе, көйәрмәндәрҙең күп булыуы, ҡыҙғылт һары төҫтәге жилеттар кейгән судьялар коллегияһы старттарҙың уңышлы буласағына ышаныс уятты.

Ярыш ҡағиҙәләренә ярашлы, һигеҙ этап (уларҙың һәр береһендә 4-әр ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ, 4 егет һәм ҡыҙ ярыша) буйынса һәр кем 800 метр араны елдәй етеҙ йүгереп үтергә тейеш.

Һөҙөмтәләр тураһында әйтергә иртәрәк булһа ла, беҙ былтырғы лидерҙарҙың быйыл да һынатмаҫ һәм тәүге тапҡыр ҡатнашҡандарға ла уңыш йылмайыр, тип эстафетаға старт бирәбеҙ. Ике йыл рәттән берәүгә лә ал бирмәгән Раевка үҙәк дауаханаһы командаһы бөгөн дә беренселекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа уйлай, ахыры. Тап шулай булды ла. Ойошмалар араһында үҙәк район дауаханаһы вәкилдәре еңеү яуланы һәм эстафета шарттары буйынса беҙҙең редакцияның күсмә кубогы уларҙа мәңгелек һаҡлауға ҡалдырылды. “Берҙәм Рәсәйҙең йәш гаврдияһы” урындағы бүлексәһе – икенсе, мәҙәниәт бүлеге спортсылары өсөнсө урынды алды.

Шулай уҡ Фәрит Хәйбрахманов етәкселегендәге ветерандар командаһы тураһында ла әйтеп үтергә кәрәк. Бындай ярыштарҙа һәр йыл ҡатнашҡан Луиза Шәрипова, Елена Морозова, Йәғәфәр Исхаков, Һәүбән Тажиев, Ғәлимйән Ғайсин һәм Айрат Зарипов был көндө лә дистанцияны ҡаршылыҡтарһыҙ үтте. Һәм дөйөм иҫәп буйынса команда һәйбәт кенә һөҙөмтә күрһәтеп, дүртенсе урынға сыҡты.

Урта мәктәптәр араһында был юлы аксендар еңеүгә өлгәште, торонтайыштар – икенсе һәм М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы өсөнсө урынды алды.

Төп дөйөм белем биреү мәктәптәре араһында мәндәндәр – беренсе, Ниғмәтулла командаһына – икенсе һәм Ғәйнәямаҡ мәктәбенә өсөнсө урын бирелде.

Был көндө ике йәш төркөмөндә 1600 метрға велоспорт буйынса беренселек тә уҙҙы. 20 йәшкә тиклемгеләр араһында Ниғмәтулланан Әҙилә Хәкимова һәм Ҡырым ауылынан Рушан Нафиҡов финишҡа беренсе булып килде. 20 йәштән өлкәнерәктәр араһында район үҙәгенән Гүзәл Сәлимова менән Алмаз Еникеев тәүгеләрҙән булып финиш һыҙығын үтте.

Бүләкләү тантанаһында еңеүселәргә һәм призерҙарға “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзите редакцияһынан һәм район хакимиәтенең спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитетынан кубоктар, грамоталар һәм бүләктәр тапшырылды.

Читайте нас: