Марат Уразаев һәм Николай Милешин иҫтәлегенә волейбол буйынса район-ара турнирҙа быйыл биш ирҙәр командаһы ҡатнашты.
“Ыласын” спорт һарайы майҙансығында Әлшәй, Дәүләкән, Миәкә райондарының тәжрибәле уйынсылары һәм Өфөнән “Гастелло” һәм “БашГАУ” командалары осрашты. Уйын йомғаҡтары буйынса Әлшәй волейболсылары (“Раевка” командаһы) турнир еңеүсеһе булды, миәкәләр – икенсе, дәүләкәндәр өсөнсө урын алды.
Ярыш еңеүселәре һәм призерҙар иҫтәлекле кубоктар менән бергә сараның төп бағыусыһы – “Раевсахар” йәмғиәте директоры, район Советы депутаты Сергей Байғужиндан да ҡиммәтле бүләктәр алды.
***
Ярыштарҙа Әлшәй, Ауырғазы, Дәүләкән һәм Стәрлетамаҡ райондарынан сик һаҡсыларының дүрт командаһы ҡатнашты. Көсөргәнешле һәм мауыҡтырғыс турнирҙа Әлшәй волейболсылары еңеү яуланы.
спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе.