Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Март 2018, 16:41

Беҙ бөтәбеҙ ҙә “ЙОНДОҘҘАР”!

Әлшәй спортсылары “Башҡортостан йондоҙҙары” фестиваленән лайыҡлы наградалар менән ҡайтты.

Әлшәй спортсылары “Башҡортостан йондоҙҙары” фестиваленән лайыҡлы наградалар менән ҡайтты.

Өфөнөң 5-се спорт мәктәбендә ысын мәғәнәһендә ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс ярыштар уҙҙы. Унда республиканың төрлө ҡала һәм ауылдарынан, шулай уҡ беҙҙең райондан да спортсылар йыйылды. Улар аэробика, степ-аэробика һәм хип-хоп буйынса үҙ оҫталығын күрһәтте. Ҡатнашыусылар араһында тәүге тапҡыр килеүселәр ҙә, күп наградаларға эйә тәжрибәле спортсылар ҙа бар ине. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, бөтә командалар ҙа Башҡортостан Республикаһының Спорт аэробикаһы һәм фитнес-аэробика федерацияһына инә.

Бына һуңғы әҙерлек күнекмәләре үткәрелә малайҙар һәм ҡыҙҙар ҡатмарлы спорт комбинацияларын ҡабатлай. Сарала биш йәштән алып һәм унан өлкәнерәк балалар ҡатнашты.

Ниһайәт, дәртле музыка яңғырай. Төрлө номинацияларҙағы ҡатнашыусылар үҙ йәш категорияһында бер-бер артлы майҙансыҡҡа сыға. Һомғол буйлы спортсы ҡыҙҙар иҫ киткес нәзәкәтлелек һәм оҫталыҡ күрһәтеп, сәхнәлә, ысын йондоҙҙар кеүек сағыу балҡыны.

Тамашасылар хип-хоп буйынса сығыштарҙы ла көслө алҡыштарға күмде. Степ-аэробика номинацияһында беҙҙең дүрт команда ла үҙ һәләтен лайыҡлы күрһәтте. Әлшәй “йондоҙсоҡтары”, уңышлы сығыш яһап, бер юлы бөтә наградалар комплектын - “алтын”, “көмөш” һәм өс “бронза” миҙал яуланы.

- Фитнес-аэробика – спорттың ярайһы ғына ҡатмарлы һәм иң йәш команда төрҙәренең береһе, ул тиҙ арала популярлыҡ яуланы. Фитнес-аэробикала спорт менән сәнғәт берләшкән, - ти беҙҙең йыйылма команда тренеры Фидания Бакирова. – Йыл ҡыҙҙарыбыҙ өсөн бик һәйбәт башланды. Бөтә был наградалар – көндәлек ныҡышмалы күнекмәләр үткәреү һөҙөмтәһе.

Раевка спортсылары, көнәркәштәре көслө булыуға ҡарамаҫтан, почет пьедесталының иң юғары баҫҡысына күтәрелде. Еңеү уларға еңел бирелмәне, әммә улар быға һис шикһеҙ лайыҡ!


Пьедесталда фестивалдең иң йәш ҡатнашыусылары тренерҙары

Фидания Бакирова менән.

Читайте нас: