Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Март 2018, 02:00

Иң көслө шахматсылар билдәләнде

Ғәйнәямаҡ ауылынан Мәүлит Ғабдрахманов, классик шахмат буйынса ХХХIII чемпионатта беренсе урынды яулап, алтынсы тапҡыр район чемпионы булды.

Ғәйнәямаҡ ауылынан Мәүлит Ғабдрахманов, классик шахмат буйынса ХХХIII чемпионатта беренсе урынды яулап, алтынсы тапҡыр район чемпионы булды.

Раевка балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, гимназияның 11-се синыф уҡыусыһы Айнур Шәймөхәмәтов, ышаныслы уйын күрһәтеп, икенсе урынды алды. Ә район үҙәгенән умартасы Виктор Селезнев өсөнсө урынға сыҡты.

Йәш шахматсыларҙың тренеры Илмир Мөхәмәтйәнов һәм гимназияның 5-се синыф уҡыусыһы Радмир Абдулов спорт комитеты булдырған махсус приздарға лайыҡ булды. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Радмила Рзаева иң яҡшы һөҙөмтәгә өлгәште. Бөтә район чемпионаттарында ҡатнашыусы Ғаяз Хәсәнов иһә шахмат клубының “Уйынға тоғролоҡ өсөн” призы менән бүләкләнде.

Турнир өсөнсө тапҡыр халыҡ-ара шахмат федерацияһы ярҙамы менән үтте, ул Швейцария системаһы буйынса барҙы, халыҡ-ара рейтинг күрһәткестәре иҫәпкә алынды. Турнир йомғаҡтары буйынса тағы ла ете ҡатнашыусы райондың рейтинглы шахматсылар сафын тулыландырҙы.

В. МИХЕЕВ,

турнирҙың баш секретары, беренсе категориялы судья.

Һүрәттә: район чемпиондары Мәүлит Ғабдрахманов һәм Радмила Рзаева.

Читайте нас: