Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Март 2018, 14:06

“Дим” командаһы - еңеүсе

“Дим” командаһы шайбалы хоккей буйынса республика XXVI Ауыл спорт уйындарының финал ярыштарында еңеүсе булды. Ярыштар Туймазы ҡалаһында уҙҙы, унда Әбйәлил, Әлшәй, Балтас, Дыуан, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Өфө һәм Саҡмағош райондарынан һигеҙ команда көс һынашты.

Көсөргәнешле ярыш һөҙөмтәһендә Әлшәй йыйылма командаһы беренсе урынға сыҡты һәм хәҙер улар хоккей буйынса Бөтә Рәсәй финал ярыштарында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ! Хәл иткес уйындар майҙа Сочи ҡалаһында уҙа.

Тренер Марат Әхмәҙрисламов етәкселегендәге “Дим” командаһында Михаил Антипин, Артур Байтурин (капитан), Евгений Бондарев, Тимур Ғиззәтуллин, Геннадий Горбунов, Руслан Зәкиев, Платон Калаев, Линар Камаев, Марсель Камашев, Артур Мәхмүтов, Динис Миңлейәров, Илнар Мирсаев, Вячеслав Поволоцкий, Рушан Сәйетов, Спартак Фәрүәзов, Салауат Хәкимов һәм Рөстәм Шәйәхмәтов уйнаны.

Йыйылма командаға ярыштарға барыуҙа ярҙам күрһәткән “Раевсахар” йәмғиәтенә (директоры С. Р. Байғужин), эшҡыуарҙар Н. Р. Алтынғужин, Р. А. Ахунов һәм Р. Р. Лотфуллиндарға рәхмәт белдерәбеҙ.

Динар ӘХМӘҘРИСЛАМОВ,

спорт комитеты рәйесе.

Читайте нас: