Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Февраль 2018, 14:16

Данлы традицияларҙы дауам итеп

Ике көн “Ыласын” физкультура-һауыҡтырыу комплексының хоккей тартмаһында өлкәндәр командалары араһында шайбалы хоккей буйынса республика ХХVI ауыл спорт уйындарының район-ара ярыштары уҙҙы. Сара хоккей ветерандары Евгений Горбунов, Николай Морозов һәм Райман Усманов иҫтәлегенә арналды.

Ике көн “Ыласын” физкультура-һауыҡтырыу комплексының хоккей тартмаһында өлкәндәр командалары араһында шайбалы хоккей буйынса республика ХХVI ауыл спорт уйындарының район-ара ярыштары уҙҙы. Сара хоккей ветерандары Евгений Горбунов, Николай Морозов һәм Райман Усманов иҫтәлегенә арналды.
- Районыбыҙҙа хоккейҙы яраталар һәм күптән уйнайҙар.70-се йылдарҙа 2-се мәктәптең хоккей тартмаһы спорттың был ҡышҡы төрөн үҙ итеүселәрҙең яратҡан урыны булды. Бындакөсөргәнешле ярыштар, иптәштәрсә матчтар үткәрелде, - тип хәтирәләре менән уртаҡлашты “Дим” командаһы тренеры Марат Әхмәҙрисламов. – Ул ваҡытта бик күп көйәрмәндәр Евгений Горбунов, Николай Морозов, Райман Усманов һәм башҡа хоккейсыларҙың ҡыҙыҡлы уйынын ҡарарға ҙур теләк менән йөрөнө. Тап ошо хоккейсылар Әлшәйҙә был уйынды үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе.
Ул йылдарҙа команданың остазы Райман Усманов ине. Эше тынғыһыҙ булыуға ҡарамаҫтан, ул Дим станцияһы локомотив депоһының Раевка цехы машинисы булып хеҙмәт һалды, күнекмәләр өсөн ваҡыт таба ине. Ул бик шәп уйынсы – һаҡсы ғына түгел, ә һоҡланғыс тренер ҙа булды. Бөтә оҫталығын һәм бай тәжрибәһен йәш хоккейсылар һәм улдары менән уртаҡлашты. Уның тырышлығы менән команда һәр ваҡыт боҙҙа оҫта уйын күрһәтеп, күп тапҡырҙар призлы урындар яуланы.
Шулай уҡ машинист булып эшләгән Евгений Горбунов та иң көслө һөжүм итеүселәрҙең береһе булған. Ул Усмановтың эшен лайыҡлы дауам итә. Команда етәксеһе итеп ҡуйылғас, 1992 йылдан тренеры иҫтәләгенә турнирҙар үткәрә башлай. Евгений Александрович бер нисә быуын талантлы спортсылар әҙерләй. Уның улы Геннадий ҙа кесе йәштән хоккей менән мауыға. Бөгөн ул – Әлшәйҙең “Дим” командаһы һаҡсыһы.
Команданың тағы ла бер яҡшы уйынсыһы, аныҡлабыраҡ әйткәндә, иң оҫта ҡапҡасыларҙың береһе Николай Морозов була. Ул мәктәп эскәмйәһенән үк хокей менән мауыға. Николай Сергеевич оҙаҡ йылдар райондың хәрби комиссариатына етәкселек итә. Улы Виталий ҙа, атаһы кеүек подполковник ,ғаилә династияһын лайыҡлы дауам итә. Н. С. Морозов алты йылға яҡын Раевка ауыл Советы хакимиәте башлығы булып эшләне. Һәм ошо йылдар дауамында райондың йыйылма командаһы составында ярыштарҙа ҡатнашты.
... Ярыштарҙың тантаналы өлөшө район етәкселегенең сәләмләү һүҙҙәренән башланып китте. Сараға легендар хоккейсыларҙың тормош иптәштәре лә саҡырылғайны.
- Хоккей яҡындарыбыҙҙың иң яратҡан шөғөлө ине, был уйындан улар йәшәүгә көс-дәрт, илһам алды. Улар һәр ваҡыт еңеүгә ынтылды һәм күп тапҡырҙар юғары үрҙәр яуланы. Ирҙәребеҙ иҫтәлегенә ярыш ойоштороусыларҙың бөтәһенә лә ҙур рәхмәт, - тине Елена Морозова данлыҡлы хоккейсыларҙың тол ҡатындары исеменән сығыш яһап.
Бына дүртенсе йыл рәттән Елена Ивановна иң яҡшы ҡапҡасыға махсус приз тапшыра. Быйыл шундай бүләккә еңеү яулаған “Дим” командаһы ҡапҡасыһы Марсель Тамашев лайыҡ булды. Е. Морозова шулай уҡ йыл һайын физкультура-һауыҡтырыу комплексы фойеһында фотокүргәҙмә ойоштора. Был көндәрҙә Әлшәй хоккейы тарихын сағылдырған фотоһүрәттәр ҡуйылған стенд янында халыҡ күп ине.
“Дим” командаһы, хоккей ветерандарының данлы традицияларын дауам итеп, үҙенең чемпион исеменә лайыҡ булыуын йәнә иҫбатланы. Шишмә районы спортсылары – икенсе,ә Бишбүләк хоккейсылары өсөнсө урынды алды.
Читайте нас: