Әлшәй хәбәрҙәре
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Февраль 2018, 13:02

“Алтын” һәм “бронза” – беҙҙең уйынсыларҙа

Был көндәрҙә Раевка ауылының “Ыласын” физкультура-һауыҡтырыу комплексының боҙ аренаһында көсөргәнешле һәм мауыҡтырғыс уйындар барҙы. Трибунанан ваҡыт-ваҡыт көйәрмәндәрҙең: “Шайба, шайба! Шайба индерегеҙ!” тигән һүҙҙәре яңғырап торҙо.

А. В. Тарасов исемендәге “Алтын шайба” клубы йәш хоккейсыларының республика финал ярыштары көйәрмәндәр өсөн көтөп алынған ваҡиғаларҙың береһе булды. Был көндәрҙә Раевка ауылының “Ыласын” физкультура-һауыҡтырыу комплексының боҙ аренаһында көсөргәнешле һәм мауыҡтырғыс уйындар барҙы. Трибунанан ваҡыт-ваҡыт көйәрмәндәрҙең: “Шайба, шайба! Шайба индерегеҙ!” тигән һүҙҙәре яңғырап торҙо.
Тәүҙә 2005-2006 йылғы үҫмерҙәр араһында матчтар уҙҙы. Унда Әлшәй, Балтас, Бишбүләк, Кушнаренко, Көйөргәҙе һәм Шишмә райондарының иң көслө алты командаһы осрашты. Уларҙың бөтәһе лә – уйындарҙың муниципаль һәм зона этаптары еңеүселәре.
Һөҙөмтәлә Кушнаренко районы командаһы беренсе урынды алды һәм почет пьедесталының иң юғары баҫҡысына күтәрелде. Бишбүләк хоккейсылары – икенсе, әлшәйҙәр өсөнсө урынға сыҡты.
2003-2004 йылғы үҫмерҙәр араһында иң көслө команда исеменә ярыштар ҙа бик көсөргәнешле барҙы. Унда Әлшәй, Балтас, Бишбүләк, Благовар, Кушнаренко, Мәсетле һәм Шишмә райондарының һәм Учалы ҡалаһынан иң яҡшы командалар ҡатнашты.
Уйын йомғаҡтары буйынса боҙ майҙансығы хужалары – Әлшәй командаһы республика финал ярыштарында еңеү яуланы. Балтас районы спортсылары – икенсе, Учалы ҡалаһының йәш хоккейсылары өсөнсө урынды алды.
Динар ӘХМӘҘРИСЛАМОВ,
район спорт комитеты рәйесе.
Читайте нас: