Миәкә районының Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылында волейбол буйынса ошо спорт төрө ветерандары араһында район-ара ярыш уҙҙы.
Унда Әлшәй, Миәкә, Стәрлебаш һәм Өфө райондары командалары ҡатнашты. Шуны ла әйтергә кәрәк, сарала ҡатнашыусыларҙың иң өлкәненә 76 (!) йәш ине.
Көсөргәнешле көрәштә Әлшәй районы командаһы беренсе урын алды, миәкәләр – икенсе, Өфө волейболсылары өсөнсө урынға сыҡты.