Әлшәй хәбәрҙәре
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
18 Декабрь 2020, 17:00

Социаль яҡлау

Ете йәшкә тиклемге балалары булған бөтә ғаиләләргә бишәр мең һум аҡса түләнәсәк.

Был хаҡта Владимир Путин 17 декабрҙә үткән матбуғат конференцияһында белдерҙе.

-Быйыл балалар өсөн шыршы байрамдары, сикләүҙәргә бәйле, үткәрелмәй. Ә байрам бит ғәҙәти түгел, һәр кем уны яңы өмөттәр, уй-хыялдар менән ҡаршы ала, - тине Президент. – Беҙ кескәйҙәргә байрам бүләге әҙерләнек: ете йәшкә тиклемге балалары булған бөтә ғаиләләр ҙә бишәр мең һум аҡса аласаҡ.

Дүрт сәғәт ярым барған матбуғат конференцияһынан һуң, шул уҡ көндө, дәүләт башлығы бер тапҡыр биреләсәк түләү тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы.

Дәүләт хеҙмәттәре рәсми порталында был яңы түләүҙең балалары 2012 йылдың 18 декабрендә һәм унан һуң тыуған ғаиләләргә түләнәсәге хаҡында аңлатыла. Был аҡса быйыл өс йәшкә һәм өс йәштән 16 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләр быға тиклем алған түләүҙәр алыу өсөн күрһәтелгән иҫәпкә автоматик рәүештә күсә. 2020 йылдың 1 июленән һуң балалары тыуған һәм иҫәп реквизиттары үҙгәргән ғаиләләргә генә ғариза яҙырға кәрәк буласаҡ.

Түләүҙәрҙе ғаиләләр Яңы йылға тиклем алырға тейеш.

Читайте нас: