Әлшәй хәбәрҙәре
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
14 Декабрь 2020, 11:31

Һөт ризыҡтарын етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балалар ала

Һәр шишәмбе һәм йома көндәрҙә дәүләт дарыуханаһына (Госаптека) Октябрьский ҡалаһынан балалар туҡланыуы кухняһы – һөт фабрикаһынан тәбиғи, сифатлы продукция килтерелә.

Һөт ризыҡтары, башлыса һөт, ҡатыҡ, эремсек 6 айҙан алып 2 йәш тә 11 айлыҡ балаларға бушлай бирелә. Продукцияны балаға йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан түбәнерәк булған ғаиләләр ала ала.

Ҡатнаш һәм яһалма туҡландырыуҙа булған сабыйҙарға ҡоро ҡатнашмалар һәм бутҡалар бирелә. Аҙ тәьмин ителгән категорияға ингән ауырлы ҡатын-ҡыҙҙар һәм бала имеҙеүсе әсәләр махсус туҡланыу менән тәьмин ителә.

Шулай уҡ республикала “Һөт кухняһы” продукцияһын етем балалар һәм өс йәшкәсә ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балалар ала аласаҡ. Бының өсөн тейешле документтар килтерергә һәм ғариза яҙырға кәрәк. Ғаризалар Раевка ауылы, Ленин урамы, 116 адресы буйынса, Госаптека бинаһында ҡабул ителә. Тел. 8 (34754) 3-11-25.

Айгөл ҒӘЛИМУЛЛИНА.

Читайте нас: