- Башҡортостанда 2020 йылдың 1 ғинуарынан алып “Һөнәри килемгә һалым” (үҙмәшғүлдәр өсөн һалым) махсус һалым режимы эшләй башланы. Үҙ эшен асҡан граждандар отчет биреү, контроль-касса техникаһын ҡулланыу, шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлеү, страховка взностарын түләүҙән азат ителә.
Үҙмәшғүл булараҡ Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтында “Минең һалым” ҡушымтаһы йәки “Минең һалым” шәхси веб-кабинет аша йәки теләһә ҡайһы кредит ойошмаһы һәм банкы аша иҫәпкә баҫырға һәм ғариза яҙырға мөмкин. Киләһе айҙың 12-се числоһына тиклем ҡушымтала һалым суммаһы хасил була, уны айҙың 25-нә тиклем түләргә кәрәк буласаҡ. Һалымдың процентын кире ҡайтарырға мөмкин, әммә был аҡса10 мең һумдан да артыҡ булмаясаҡ.
Тулыраҡ мәғлүмәтте npd.nalog.ru сайтында ала алаһығыҙ, - тип аңлаттылар Рәсәй федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 31-се район-ара инспекцияһында.