Әлшәй хәбәрҙәре
+8 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
5 Август 2020, 14:00

Ирекмәндәргә - түләүҙәр

Республикала “Башҡортостан Республикаһында хәйриә һәм ирекле (волонтерлыҡ) эшсәнлегенә дәүләт ярҙамы тураһында”ғы законға төҙәтмәләр үҙ көсөнә инде.

Ирекмәндәр ғүмеренә йәки сәләмәтлегенә хәүефле хәл-ваҡиғаларға бәйле аҡсалата компенсацияға иҫәп тота ала. Сәләмәтлегенә зыян килгән осраҡта, ирекмән бер тапҡыр бирелә торған түләү аласаҡ. Ул вафат булған осраҡта пособие уның ғаиләһенә түләнәсәк.

Түләүҙең шарттарын һәм күләмен Хөкүмәт билдәләй. Аҡса республика бюджетынан бүленәсәк. Республиканың Дәүләт йыйылышында законға төҙәтмәләр коронавирусҡа бәйле керетелә, тип аңлаттылар. «Башҡаларға ярҙам итеп, ирекмәндәр үҙ ғүмерҙәрен һәм сәләмәтлеген ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙы. Уларҙың күбеһе инфекция йоҡторҙо. Бындай хәлдә дәүләт яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға тейеш. Беҙ волонтерҙарҙы республика дәрәжәһендә яҡлау сараларын эшләүҙе дауам итәсәкбеҙ һәм, моғайын, ирекмәндәр хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ярҙам сараларын киңәйтеү буйынса инициативалар менән федераль дәрәжәгә сығарбыҙ», – тине Дәүләт йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.

Фото: Интернет селтәренән

Читайте нас: