Әлшәй хәбәрҙәре
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
10 Июнь 2020, 11:05

Баланы йәш ярымға тиклем ҡарау буйынса минималь пособие ике тапҡырға арта

Был пособиены эшләмәгән граждандар, шул иҫәптән студенттар ала. Ҡағиҙә булараҡ, улар – ярҙамға мохтаж йәш ата-әсәләр.

Беренсе баланы йәш ярымға тиклем ҡарау буйынса пособиеның минималь күләме 3375 һумдан 6752 һумға тиклем артыуы тураһындағы законға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы.

Был пособиены эшләмәгән граждандар, шул иҫәптән студенттар ала. Ҡағиҙә булараҡ, улар – ярҙамға мохтаж йәш ата-әсәләр.

Бынан тыш, декрет ялы осоронда эшһеҙ ҡалғандар өсөн пособиеның юғары күләме 6 меңдән 13 мең 504 һумға тиклем арта. Был сара бала тәрбиәләгән, ләкин ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ осрағына мотлаҡ социаль страховкалау ҡаралмаған эшһеҙ ҡалған йөклө әсәләргә йәки опекундарға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән, тип хәбәр итә “Башинформ”.

Фото: Яндекс

Читайте нас: