Өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләгән ата-әсәләр өсөн пособие түләнәсәге хаҡында ил Президенты ғинуарҙа уҡ Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтендә белдергәйне. Түләүҙәрҙе июлдән башларға теләһәләр ҙә, эпидемия сәбәпле, уны тиҙләтергә ҡарар ителде. Түләүҙәрҙе ғаиләләр июндә алырға тейеш. Ғаризалар ҡабул итеү башланды.
Яңы пособиены кемдәр аласаҡ? Бының өсөн нимә эшләргә кәрәк?
Тәүҙә шуны иҫкәртергә теләйбеҙ: бөтә ғаиләләр ҙә пособиеға дәғүә итә алмай, был бары килеме йәшәү минимумынан түбән булған ғаиләләргә ҡағыла. 2020 йылда йәшәү минимумы – 10 609 һум. Килемде иҫәпләгәндә ғаилә ағзаларының, эш хаҡынан тыш, пособие һәм пенсияһы ла иҫәпкә алына. Ил буйынса пособиеның күләме – 5304,50 һум. Төбәктәрҙә сумманың бер ни тиклем айырылыуы мөмкин.
Пособиены алыу өсөн ғариза ғына яҙырға кәрәк. Уны Күп функциялы үҙәктә йәки Дәүләт хеҙмәттәре сайтында тултырырға була. Мәғлүмәттең дөрөҫлөгөн дәүләт хеҙмәте белгестәре тикшерәсәк.
Ғаризаларҙы 20 майҙан ҡабул итә башланылар, тәүге ун көндә платформа тулы ҡеүәтенә эшләмәйәсәк, әммә эш бөтә төбәктәрҙә лә 1 июнгә тиклем ойоштороласаҡ. Ғариза ун көндән дә һуңламай ҡараласаҡ.
Пособие ғинуар айынан иҫәпләнә. Ил буйынса уртаса суммаһы – 27,5 мең һум тирәһе, теүәл суммаһын халыҡты социаль яҡлау идаралығы бүлектәрендә әйтерҙәр.
Был матди ярҙамды балаға һигеҙ йәш тулғансы алырға мөмкин, әммә ғаризаны йыл һайын тапшырырға тура киләсәк. Ғаиләнең килеме йәшәү минимумы күләменән артһа, пособие түләнмәйәсәк.