Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
4 Июнь 2020, 18:30

Эшһеҙҙәр, һеҙҙең өсөн!

Ленара Иванова әйтеүенсә, эшһеҙҙәр буйынса күрһәткестәр арта барасаҡ, сөнки яңы ярҙам төрҙәрен ҡабул итеү мөмикинлектәрҙе лә арттыра. Атап әйткәндә, һүҙ эшһеҙҙәргә максималь пособиены тағы ла өс ай дауамында түләү хаҡында бара.

Бөгөн үткән онлайн-брифингта хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешле хәл дә телгә алынды. Ленара Иванова эпидемиологик хәлгә бәйле теркәлгән эшһеҙҙәр һанының 3,6 тапҡырға артыуын (47 660 кешегә) һәм 67 мең кимәленә етеүен билдәләне. Шулар иҫәбендә 1 апрелдән 50 меңдән ашыу кеше рәсми эшһеҙ тип танылған, уларҙың яртыһы тиерлек бығаса оҙайлы ваҡыт эшләмәгән (йылдан ашыу).

8,4 мең кеше – бәлиғ булмағандарҙың ата-әсәһе һәм улар 1 марттан һуң эшен юғалтып, эшһеҙлек буйынса пособиеға балалар өсөн өс мең һум өҫтәмә алырға хоҡуғы булһа, ҡалғандары буйынса Рәсәй Президентының хеҙмәт баҙарындағы хәлгә бәйле яңы күрһәтмәләренә бәйле норматив акттарға ярашлы ҡарар ҡабул ителәсәк. Һандарға килгәндә, республикала был түләүгә 19 меңгә яҡын кеше, йәғни эшһеҙҙәрҙең 32 проценты дәғүә итә.

Ленара Иванова әйтеүенсә, эшһеҙҙәр буйынса күрһәткестәр арта барасаҡ, сөнки яңы ярҙам төрҙәрен ҡабул итеү мөмикинлектәрҙе лә арттыра. Атап әйткәндә, һүҙ эшһеҙҙәргә максималь пособиены тағы ла өс ай дауамында түләү хаҡында бара.

Әлеге ваҡытта эшһеҙ булып теркәлгәндәрҙең өстән бер өлөшө, оҙайлы ваҡыт эшләмәгәнгә күрә, минималь пособие ала. Уның күләме өс тапҡыр арттырылған һәм республикала 5175 һум тәшкил итә. Ленара Хәкимова әйтеүенсә, ошо үҙенсәлек эшһеҙҙәр һанын тағы ла арттырасаҡ, сөнки быға тиклем ике мең һумға ла етмәгән пособиены юллауҙы кәрәк тип тапмаһалар, хәҙер матди ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа киләсәк. Шуға ла был күренешкә эшһеҙҙәр һанының артыуы тип түгел, ә дәүләт ярҙамына дәғүә итеүселәр арта тип ҡарау дөрөҫөрәк.

Мәғлүм булыуынса, ағымдағы йылдың 20 апреленән Хөкүмәт эшһеҙҙәрҙе теркәүҙең яңы ҡағиҙәләрен билдәләне һәм өҫтәмә социаль ярҙам сараларын раҫланы. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова бөгөнгө онлайн-брифингта ошо хаҡта ла әйтеп үтте.

9 апрелдән Рәсәй Хөкүмәте ҡабул иткән ваҡытлы сараларға ярашлы, эш табыуҙа ярҙам алыр өсөн ғариза яҙырға кәрәк. Быны Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы йәки “Рәсәйҙә эш” (“Работа в России”) сайтындағы шәхси кабинетта эшләргә мөмкин. Әгәр ҙә техник мөмкинлек юҡ икән, альтернатив ысулдар бар: мәҫәлән, телефон аша йәки алдан яҙылып, күп функциялы үҙәк аша.

Ғариза һәм резюме тултырыу менән граждан эш эҙләүсе булараҡ иҫәпкә алына. Уны эшһеҙ итеп таныу тураһындағы ҡарар, мәғлүмәттәрҙе ведомство-ара хеҙмәттәшлек нигеҙендә тикшергәндән һуң, 11 көн эсендә мәшғүллек үҙәге тарафынан ҡабул ителә. Бер үк ваҡытта эшһеҙлек буйынса пособие билдәләү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Граждан эшһеҙ тип рәсми танылған көндән федераль пособие түләнә, түләүҙәрҙең күләме һәм ваҡыты Рәсәй Федерацияһында “Халыҡтың мәшғүллеге тураһында”ғы Закон нигеҙендә билдәләнә.

Һәр айырым осраҡта эшһеҙ гражданға пособие күләме шәхсән билдәләнә. Бының өсөн уның һуңғы эш урынындағы уртаса айлыҡ эш хаҡы күләме, мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итер алдынан 12 ай дауамында нисә аҙна хеҙмәт мөнәсәбәттәрендә булғаны, эштән китеү сәбәптәре иҫәпкә алына һәм билдәләнгән максималь күләм менән сикләнә.

Читайте нас: