Әлшәй хәбәрҙәре
+8 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
7 Май 2020, 13:00

Ғаиләләр тураһында хәстәрлек күреп

Республикала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге. Һеҙҙең хаҡта хәстәрлек күреп” хәйриә проекты старт алды.

- Проект сиктәрендә урындағы етештереүселәрҙән беҙҙең районға 1072 сифатлы аҙыҡ-түлек йыйылмаһы ебәрелде. Унда Ҡарлыман ҡуйыртылған һөтө, “Башбакалея” ярмалары, Шишмә үҫемлек майы, Өфө ит һәм консерва комбинатынан быҡтырылған ит һәм башҡа аҙыҡ-түлек бар ине. Ошо байрам һәм ял көндәрендә был йыйылмалар Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан төҙөлгән исемлеккә ярашлы, райондың бөтә ауыл биләмәләре буйынса аҙ тәьмин ителгән, шулай уҡ балалар пособиеһы алған ишле ғаиләләргә таратылды.

Бер - өс балаһы булған ғаиләләр - бер, дүрт - алты балаһы булғандар – ике, ете һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүселәр өс йыйылма алды. Барлығы 843 ғаиләгә 932 йыйылма тапшырылды.

Шулай уҡ ауыр тормош хәлендә ҡалған һәм ярҙамға айырыуса мохтаж булған, 8-800-201-89-03 телефоны буйынса берҙәм колл-үҙәккә, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәләре ҡарамағындағы колл-үҙәктең 8-937-857-59-58, 8 (34754) 3-07-77 номеры буйынса заявка ҡалдырған 140 граждан да аҙыҡ-түлек йыйылмаһы менән тәьмин ителде. Тауарҙы бушатыу, сорттарға айырыу, илтеп биреү эштәре менән ирекмәндәр шөғөлләнде, улар араһында мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре, ауыл биләмәләре белгестәре, Раевка ауылы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер-уҡытыусылары, йәш гвардиясылар һәм был эшкә битараф булмаған кешеләр бар ине. Уларҙың бөтәһенә лә ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, - тип яҡшы яңылыҡ менән уртаҡлашты ирекмәндәр хәрәкәте штабы етәксеһе Динар Әхмәҙрисламов.

Читайте нас: