Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
10 Февраль 2020, 19:15

Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа

Былтыр республикала күп балалы 300 әсә “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде.

Йыл тамамланып килгәндә яҡташыбыҙ Рита Йәнтимерова ла ошондай юғары наградаға лайыҡ булды. Район үҙәгендә үҫкән ҡыҙ, мәктәпте тамамлағандан һуң юғары белем алып үҙ ғүмерен ғаиләһенә арнар, күп балалы әсә булып китермен тип уйланымы икән. “Әлбиттә, юҡ”, - тип тыйнаҡ ҡына йылмая ул бөгөн. Әммә яҙмыш тигән нәмә лә бар бит әле. Ул бала саҡтан белеп-күреп йөрөгән, күрше урамда ғына йәшәгән егеткә кейәүгә сыға. Бөгөн Рита тормош иптәше Радик менән биш бала үҫтерә. Улдары Шамилға 21 йәш, колледжды тамамлағандан һуң Өфөлә эшләй. 18 йәшлек Камил мәҙрәсәлә дини белем ала. Берҙән-бер ҡыҙҙары Амалия мәктәптә уҡый, улдары Әмир беренсе синыфҡа барған. Ә кинйәләре, бөтәһе лә яратҡан ике йәшлек Лоҡман өйҙә әсәһе менән. Ҙур ғаиләне матди яҡтан тәьмин итеү бурысы, әлбиттә, атай кешегә йөкмәтелгән. Радик Альберт улы үҙ эше менән шөғөлләнә. Рәмилә һәм Әминә нәнәйҙәр һәм Риза олатаһы балаларҙы тәрбиәләүҙә ҙур ярҙам күрһәтә. Ярай әле, уларға яҡын йәшәйҙәр.
- Атай-әсәйҙәргә ҙур рәхмәт, уларҙан башҡа ауыр булыр ине. Ишле ғаиләләргә дәүләт ярҙамына ла бик шатбыҙ. Балаларға пособие алабыҙ, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә, мәктәп формаһы өсөн түләүҙә компенсация бар. Мәктәптә туҡланыу ҙа бушлай. Был бит ҙур ярҙам, - ти Рита Риза ҡыҙы. – Быйылдан башлап өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға пособиелар яңыса түләнәсәк. Кинйә улдарына һөт кухняһында бушлай продукция бирелә. Йәнтимеровтар әсәлек капиталынан да файҙаланған, аҡсаны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотонғандар. Ә күп балалы ғаилә булараҡ алынған участкала йорт төҙөй башларға ниәтләйҙәр – өлкән балалары үҫеп етте бит, тиҙҙән үҙҙәре лә ғаилә ҡора башларҙар.
- Бөтә ата-әсәләр кеүек үк, беҙ ҙә балаларыбыҙ тәүфиҡлы, әҙәпле булып үҫһен, бәхетле булһындар, тормошта үҙ урынын тапһындар, тип теләйбеҙ. Үҙебеҙ иһә, Алла бирһә, ҡулыбыҙҙан килгәндең бөтәһен дә эшләйәсәкбеҙ, - ти Рита Риза ҡыҙы. – Ә йәштәргә мин шуны теләр инем, бала табырға ҡурҡмаһындар. Сөнки һәр бала донъяға үҙ ризығы һәм бәхете менән тыуа.
Рита Риза ҡыҙы кинйә улы менән.
Читайте нас: