Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
4 Декабрь 2018, 12:15

Йылды – яңы пособиелар менән

Беҙҙә лә йәш ғаиләләр балаларға “президент” түләүҙәре ала

Быйыл 1 ғинуарҙан республикала балалы ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеүҙең ике яңы төрө булдырылды – тәүге бала тыуғас (тәрбиәгә алғас) һәм шулай уҡ өсөнсө һәм унан һуңғы балаларға айлыҡ түләү билдәләнде.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ил Президенты Владимир Путин указы менән булдырылған пособиены тәүге балаға республикала 4609 ғаилә (бындай пособие алыусылар һаны һуңғы өс айҙа 1700-гә етте) алды. 8892 һум күләмендә билдәләнгән пособие бала йәш ярымлыҡ булғансы түләнә. Ә өсөнсө йәки артабанғы балалар тыуған осраҡта Башҡортостанда индерелгән айлыҡ түләүҙе 4500 ғаилә ала (өс айҙа улар 2 меңгә яҡын тәшкил итте). Был пособиеның күләме – 8993 һум һәм ул балаға өс йәш тулғансы түләнә.

Районыбыҙҙа тәүге сабыйға “президент түләүҙәрен” 43 йәш ата-әсә, ә өсөнсө һәм артабанғы балаларға түләүҙе 40 ғаилә ала. Улар араһында Шафран ауылынан өс бала тәрбиәләүсе Әлиә һәм Ринат Ғиләжевтар ҙа бар.

- Быйыл өлкән улыбыҙ Данияр беренсе синыфҡа барҙы, биш йәшлек Рината балалар баҡсаһына йөрөй, ә төпсөгөбөҙ Аделина һигеҙ айлыҡ ҡына әле, - ти Әлиә Тимерғәзим ҡыҙы. - Ирем – тимер юлында юл монтеры булып хеҙмәт һала, үҙем декрет ялына тиклем шифахана мәктәбендә ашнаҡсы булып эшләнем. Беҙ әсәлек капиталын йорт һатып алыу өсөн файҙаландыҡ. Өсөнсө балабыҙ тыуғас, үҙ йортобоҙҙо һалырға ниәтләнек. Балалар күп булғас, иркен йорт кәрәк бит. Бындай пособие булдырылыу беҙҙең өсөн ҙур ярҙам.

Красный Клин ауылынан Зариповтар ғаиләһе өсөн дә йыл ваҡиғаларға бай булған. Иң шатлыҡлыһы, әлбиттә, уларҙың сабыйҙары донъяға килгән. 18 йәшлек Эльвира тәүге тапҡыр әсә булыу бәхетенә ирешкән. Хәҙер улар тормош иптәше Артур менән улдары Асҡарҙы үҫтерәләр.

- Беҙ икебеҙ ҙә - ишле ғаиләләрҙән – атай-әсәйҙәребеҙ бишәр бала тәрбиәләп үҫтерҙе, - ти Эльвира. – Бөгөн улар Асҡарҙы ҡарарға ярҙам итә, сөнки миңә колледжды тамамларға кәрәк. Артур ҙа студент ине, күптән түгел генә диплом алды. Ғаиләбеҙ өсөн бындай пособие, ысынлап та, ҙур ярҙам.

Тәүге балаға айлыҡ пособие һәр ғаилә ағзаһына уртаса килем 14247 һум булғанда билдәләнә, ә өсөнсө һәм артабанғы балаларға айлыҡ пособие йән башына уртаса килем 9182 һумдан артмаған ғаиләләргә бирелә. Әгәр ғаилә ошо критерийҙарға тура килә икән, ул ваҡытта уға йәшәгән урын буйынса күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Пособиены шулай уҡ дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ла оформить итергә мөмкин. Бының өсөн бала тыуғандан һуң алты айҙан да һуңламай мөрәжәғәт итеү зарур. Шулай уҡ өйҙән сыҡмай ғына ла халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге сайтында онлайн- консультант ярҙамы менән үҙегеҙҙең теге йәки был пособие алыуға хоҡуғығыҙ булыу-булмауын белә алаһығыҙ.

Әлиә Ғиләжева ҡыҙы Рината менән.
Читайте нас: