Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
4 Декабрь 2018, 14:26

Изге эштәр марафоны

Район ирекмәндәре хәрәкәтенә һеҙ ҙә ҡушыла алаһығыҙ

“Раевка волонтерҙары” йәмәғәтселек хәрәкәтендә ҡатнашыусылар башҡарған изге эштәрҙе һанап бөтөрлөк түгел. Улар күп балалы ғаиләләргә, һаулыҡ торошо буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә, оло йәштәгеләргә, шулай уҡ ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға, социаль яҡлауға айырыуса мохтаж аҙ тәьмин ителгән граждандарға әүҙем ярҙам итә.
Раевка ауыл биләмәһенең инициатива төркөмө ағзаһы Наталья Дорофеева бынан дүрт йыл элек “ВКонтакте” селтәрендә “Раевка волотерҙары” төркөмө ойошторҙо һәм фекерҙәштәрен тупланы. Бәләкәй балалы йәш әсә үҙе лә ҡасандыр ярҙамға мохтаж булған. Уға дуҫтары ярҙам иткән, бөтөнләй таныш булмаған кешеләр ҙә ярҙам ҡулы һуҙған. Сит-ят кеше уның тураһында хәстәрлек күрер тигән уй башына ла килмәй Натальяның. Бына шунан һуң ул хәйриә төркөмө булдырырға ҡарар итә. Өфөләге уға ярҙам күрһәткән “Благо” православие үҙәгенең дә йоғонтоһо ҙур була.
“Раевка волонтерҙары” проекты сиктәрендә кейем-һалым, башҡа әйберҙәр йыйыу ойошторола. Ғәҙәттә ярҙам һорап янғындан зыян күреүселәр, ишле ғаиләләр һәм балаларын яңғыҙ тәрбиәләүсе әсәләр мөрәжәғәт итә. Натальяның сайтында ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләрҙең үтенестәре урын алған. Шуныһы ҡыуаныслы, халыҡ изге эшкә дәррәү ҡушыла, тиҙ арала ҡулынан килгәнсә ярҙам күрһәтергә тырыша.
- Беҙҙә мохтаждарға ҡарағанда изге күңелле, йомарт һәм ярҙамсыл кешеләр күберәк, - ти Наталья. – Шуға ла беҙ быйыл иркенерәк бина табыу тураһында уйлана башланыҡ. Элек әйберҙәр ҡабул итеү һәм биреү пункты 4-се мәктәп бинаһында урынлашҡайны. Бина йылытылманы, артыҡ дымлылыҡтан күп әйберҙәр юҡҡа сыҡты. Район хакимиәте башлығы Д. Р. Мостафиндың ярҙамы менән иркен, ә иң мөһиме, йылы бина бирелде. Стеллаждарҙы “СтройБери” төҙөлөш базаһы хужалары бүлде. Әммә улар әлегә етерлек түгел. Бөтә кейем-һалымды бөхтә итеп һалыу өсөн кәштәләр кәрәк. Әгәр кем дә булһа ошо мәсьлә буйынса ярҙам итһә, мин бик шат булыр инем.
Беҙҙең пунктта ҡулланыуҙа булған, ләкин яҡшы хәлдәге өҫ һәм аяҡ кейемдәре ҡабул ителә. Шуны билдәләп үтке килә, балалар, айырыуса яңы тыуған сабыйҙар өсөн әйберҙәргә һорау ҙур. Башҡаларға бирергә тип һайлап тултырған әйберҙәрегеҙҙе иғтибар менән ҡарап сыҡһағыҙ ине. Ватыҡ уйынсыҡтарҙы, сатнаған һауыт-һаба, таптары булған һәм йыртылған өҫ кейемдәре һәм файҙаланыуға яраҡһыҙ постель кәрәк-яраҡтары килтермәгеҙ. Бөтә әйберҙәр таҙа, һәм файҙаланыуға яраҡлы булырға тейеш. Улар сорттарға айырылған һәм пакеттарға бөхтә итеп тултырылған булһа, тағы ла яҡшыраҡ. Ҡайҙа нәмә һалынғаны тураһында яҙып ҡуйһағыҙ ҙа була, был ирекмәндәрҙең эшен күпкә еңеләйтер ине.
Эйе, ирекмәндәрҙең эше бик күп һәм уларҙың изгелектәрен һанап бөтөрлөк түгел. Бөтә ғәмәлдәре өсөн улар ни бары рәхмәт һүҙе генә ишетә. Улар ярҙамға мохтаж һәр кеше тураһында хәстәрлек күрә һәм барыһына ла күңел йылыһы бүләк итә. Раевка волонтерҙары приютта тәрбиәләнгән балаларға ла ярҙам күрһәтә, район йәштәр комитеты, Раевка үҙәк район дауаханаһы, дин әһелдәре менән хеҙмәттәшлек итә, “Урындағылар” йәмәғәтселек хәрәкәтенең хәйриә акцияларында ҡатнаша, әсәләргә ауырыу балаларын дауалау өсөн аҡса йыйыуҙа ярҙам итә.
- Изге эштәр марафоны дауам итә. Бөгөн һәм хәҙер изгелек эшләргә кәрәк, ул һеҙгә йөҙләтә әйләнеп ҡайтасаҡ. Проект һеҙҙең менән беҙҙең тырышлыҡ арҡаһында ғәмәлгә ашырыла, - ти Н. Дорофеева. - Ошо йылдар арауығында беҙ Раевкала йәшәүселәргә генә түгел, башҡа ауылдар халҡына ла ярҙам күрһәтергә өлгөрҙөк. Шуныһы ҡыуандыра, йәштәр ҙә бушлай үҙ ярҙамын тәҡдим итә. Бер егет инглиз һәм француз теле буйынса репетиторлыҡ хеҙмәте, стоматолог теш дауалауҙы тәҡдим итте.
Әгәр һеҙ ауыр тормош хәлендә ҡалһағыҙ, беҙгә килегеҙ. Беҙ тәү сиратта кәрәк булған әйберҙәр табып бирәсәкбеҙ. Әгәр йәнәшәгеҙҙә ярҙамға айырыуса мохтаждар бар икән – ундайҙарға беҙҙең пункт тураһында һөйләгеҙ һәм беҙгә ебәрегеҙ! Ярҙам тейешле льгота документтары булған осраҡта күрһәтелә. Әгәр инде буш ваҡытығыҙ булып кемгәлер ярҙам итеү теләге менән янһағыҙ, беҙҙең ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушылығыҙ. Был саҡырыу район баҫмаһын уҡыусылар күңелендә лә яҡлау табыр, тип өмөтләнәм. Әйҙәгеҙ, изге ғәмәлдәр ҡылып йәшәйек!
Айгөл МӨХӘМӘТДИНОВА.
Автор фотоһы.
Әйберҙәр ҡабул итеү һәм биреү пункты Раевка ауылы, Киров урамы, 3 адресы буйынса урынлашҡан. Эш сәғәттәрен 8-927-315-77-76 телефоны буйынса асыҡлауығыҙҙы һорайбыҙ.
Наталья Дорофеева.
Читайте нас: