Әлшәй хәбәрҙәре
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
4 Сентябрь 2018, 13:03

Һайлап алырға ваҡыт

1 октябрь – социаль хеҙмәттәр йыйылмаһын алыу формаһын үҙгәртеүгә ғариза ҡабул итеүҙең һуңғы көнө.

Социаль хеҙмәттәр йыйылмаһы федераль льготасыларға бирелә. Йыл һайын 1 октябргә тиклем уларға киләһе йылда социаль хеҙмәттәрҙе ниндәй төрҙә аласаҡтарын билдәләргә кәрәк: натураль формаламы йәки аҡсалатамы.
Әлеге ваҡытта социаль пакеттың хаҡы айына 1075,19 һум тәшкил итә, шуның 828,14 һумы – дарыуҙар менән тәьмин итеүгә, 128,11 һумы – шифахана-курорттарҙа дауаланыуға юлламаға, 118,94 һумы ҡала яны тимер юл транспортында һәм дауаланыу урынына барыу һәм ҡайтыу өсөн ҡала-ара транспортында йөрөүгә ҡаралған.
Льготаларҙы алыуҙың ғәмәлдәге тәртибен һаҡларға теләһәгеҙ, ғариза бирергә кәрәкмәй. Әгәр ҙә был тәртипте үҙгәртергә теләһәгеҙ (мәҫәлән, әле һеҙ аҡса алаһығыҙ, ә яңы йылдан дарыуҙар менән алырға теләйһегеҙ), ғариза менән мөрәжәғәт итегеҙ.
М. ҒИЛМЕТДИНОВ,
Пенсия фонды идаралығы етәксеһе.
Читайте нас: