Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
2 Август 2018, 16:37

Дарыумы, әллә аҡсалата компенсациямы?

Дәүләт тарафынан социаль ярҙам күрһәтеү, шул иҫәптән льготалы рецептар буйынса дарыуҙар алыу гарантиялана.

Бындай ярҙамдың дөрөҫ алымын һайлай белергә кәрәк. Кеше үҙен сағыштырмаса яҡшы тойһа, хроник ауырыуҙары киҫкенләшмәһә, льготаларҙы аҡсалата пособиеға алмаштырыу теләге тыуа. Әммә кешенең хәле насарайыу менән ауырыу оҙаҡҡа һуҙыла һәм шунлыҡтан оҙайлы ваҡыт дауаланыу, бик күп дарыуҙар ҡулланыу талап ителә. Бына шунда инде аҡсалата компенсацияның етерлек булмауы асыҡлана. Ғаилә бюджетына был ауыр йөк булып ята.

Әгәр һеҙ элек аҡсалата компенсацияны һайлап, бының һеҙҙең файҙаға булмауын аңлаһағыҙ, Пенсия фондына мөрәжәғәт иткәндән һуң ғына социаль хеҙмәттәр йыйылмаһы алыу хоҡуғына эйә буласаҡһығыҙ. Һеҙгә 2019 йылда бушлай дарыуҙар алыу өсөн социаль хеҙмәттәр йыйылмаһын алыуҙы тергеҙеү тураһында 1 октябрҙән дә һуңламай ғариза яҙырға кәрәк. Бынан һуң йыл дауамында ҡарарҙы үҙгәртеү мөмкинлеге булмаясаҡ.

Шуны онотмағыҙ: дөрөҫ ҡарар ҡабул итеүегеҙгә үҙегеҙҙең генә түгел, яҡындарығыҙҙың һәм туғандарығыҙҙың да сәләмәтлеге бәйле. Шулай уҡ дауалаусы табип менән мотлаҡ кәңәшләшеү зарур.

Быйыл бушлай дарыуҙар алған федераль льготасыларға Пенсия фондына мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй.

Р. СӘЙӘПОВ,

Раевка үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһы мөдире.

Читайте нас: